Новости
22 Март 2021, 12:23

Башҡортса дөрөҫ һөйләшәһеңме?

Ябай ғына һорау, яуабы ла ҡатмарлы түгел кеүек, ләкин ҡайһы бер журналист, артист, алып барыусыларҙы, йәғни эш теле башҡорт әҙәби теле булған һөнәр кешеләрен, тыңлағанда, бәлки, беҙҙең телдә хәҙер баҫым нормаһы бөтөнләй юҡтыр ул, тигән уйҙар тыуып ҡуя.

Башҡортса сығыш яһаусылар­ҙың телмәрендә баҫымды дөрөҫ ҡуймау миҫалдары тиҫтәләп ише­телә. Мәҫәлән, бер егет “Кәңәшле эш тарҡалмАҫ” тип һүҙен тамамлай ҙа, икенсеһе бер нисә минуттан “Эйе, кәңәшле эш тарҡалмАҫ” тип, дөрөҫләгән кеүек, уны йөпләп ҡуя.

Бик күптәр “Шулай булыуға ҡарАмаҫтан...” тигән хатанан һис арына алмай (дөрөҫө: ҡара­маҫтАн). Берәү “Ул яңыса фекер йөрӨтә” ти. Икенсеһе “Һин был һүҙ­ҙе русса әйттең, башҡортса нисек була?” тип һорай. Тағы бер йәш егет хәҙер икенсе йыл инде “Би­решмӘ!” тип беҙҙең ҡолаҡтарҙы яра.

Ошоларҙы ишетәһең дә үҙ-үҙеңә “Беҙҙең даирәлә башҡорт теленең бөтә нормаларын да белгән, хаталы һөйләүселәрҙе төҙәтерлек, өйрәтерлек белгестәр ҡалманымы икән ни?” тигән һорау биреп ҡуяһың. Юғиһә, ошо баҫым хаталары көнөнә йөҙәрләп ебәрелмәҫ ине.

Интервью биреүселәрҙең телмәрендә тел хаталары китеүе мөмкин, әлбиттә. Унда бер ҡурҡыныс та юҡ. Был осраҡта уларҙың туған телдә әйтә белеүе, әйтергә теләүе мөһим, ләкин һин башҡорт телен үҙеңдең эш теле, тамаҡ, ғаилә аҫрау сығанағы итеп алғанһың икән, уның нормаларын боҙорға тейеш түгелһең.

Бына бер ханымдың ҡыҫҡартып алынған бер генә һөйләмен ҡарайыҡ әле: “...Сығымдар күп талап ителеүгә ҡарАмаҫтан, быйыл тағы замансА ҡорамалдар алырға әҙерләнӘләр”. Бер генә һөйләм, ә унда өс баҫым хатаһы. Ярай ҙа ул осраҡлы ғына ебәрелһә, кем хаталанмай. Әммә бындай хаталар даими ҡабатлана, күптәр тарафынан ҡабатлана. Хәҙер, уларға эйәреп, уҡытыусылар ҙа хатта шулайыраҡ һөйләшергә тырыша. Улар, әлбиттә, баҫымды дөрөҫ ҡуйыу нормаларын белә, тик сығыш яһаусыларҙан икенсе төрлө баҫымды даими ишетеп торғас, бәлки, нормалар үҙгәргәндер, тип уйлай. Юҡ, нормалар үҙгәрмәне. Бына ул һүҙгә баҫым ҡуйыуҙың иң төп ҡағиҙәләре:
1. Исемдәрҙә һүҙ баҫымы һуңғы ижеккә төшә. Ялғау өҫтәлгән һайын, баҫым артҡа күсә бара: балА – балаҡАй – балаҡайҙАр – бала­ҡайҙарЫм – балаҡайҙарымдЫң.

Ҡайһы бер киҫәксәләр исем­дәргә ҡушылып яҙыла, улары инде баҫымһыҙ була, баҫым киҫәксә алдындағы ижеккә төшә: балАң-дыр, балАң-мы.
2. Сифаттарҙың артыҡлыҡ дәрәжәһе формаһында баҫым киҫәксәгә төшә: ҡЫп-ҡыҙыл, дӨм-ҡараңғы, сАлт аяҙ.

3. Һандарҙың баҫымы һуңғы ижектә була, шулай ҙа һанағанда, баҫымдың беренсе ижеккә төшөүе хата түгел: ун бИш йәш; ләкин, Ун биш, Ун алты, Ун ете.

4. Ҡылым ялғауҙары иҫ киткес күп, күпселек осраҡта баҫым ҡылымдың һуңғы ялғауында була: ҡара-ш-тыр-ғыла-ны-лАр. Шулай ҙа бер нисә осраҡта баҫым һуңғы ижектә булмай. Бына улар: бойороҡ һөйкәлешенең ИКЕНСЕ зат формаһында баҫым беренсе ижеккә төшә: ҡАра, ҡАрағыҙ. Тағы ла, барАйыҡ, килӘйек тибындағы саҡырыу формаһында ла баҫым һуңғы ижектә түгел. Юҡлыҡты белдергән -ма, -мә ялғауы баҫымһыҙ, баҫым унан алдағы ижектә була һәм шунда ҡала: бирЕшмә, ҡатнАшмайбыҙ.

Тағы бер ҡабатлайбыҙ, бил­дәһеҙ киләсәк заманды белдергән юҡлыҡ ялғауы баҫымлы була, баҫым шул ялғауҙан һуң килгән ижектәргә лә күсә ала: ҡайтмАҫ, өндәшмәҫтӘр. Был ялғауҙың ҡыҫҡартылған варианты ла (ул беренсе затта ғына була) баҫымлы: бармАм (бармАҫмын), бармАбыҙ (бармАҫбыҙ). Шул ялғаулы ҡылымдарҙан яһалған бәйләүес, сифат, рәүештәрҙә лә баҫым һүҙ аҙағында була: аңғармаҫтАн, ҡарамаҫтАн, белер-белмӘҫ башың менән, үкенмәҫлЕк.

Тағы ла, йыш ҡабатланып тор­ған ике баҫым хатаһы тураһында әйтмәй булмай. Һүҙ -са, -сә ялғауы менән яһалған рәүеш, сифаттар һәм -лар, -ләр (күплек) ялғауы тураһында. Тәүҙә әйтелгән ялғауға (-са, -сә) баҫым төшмәй, баҫым унан алдағы ижектә була: замАнса, башҡОртса, үҙЕңсә. Ә күплек ялғауы иһә (-лар, -ләр) һәр ваҡыт тип әйтерлек баҫымлы була: балалАр, ауылдаштАр, ҡайттылАр, ҡайталАр, йыялАр, бишенселӘр, беҙҙекелӘр...

Һорау алмаштары һәм составына һорау алмашы ингән башҡа төр алмаштарҙың күплек ялғауына ғына баҫым төшмәй: кЕмдәр, нИмәләр, Әллә ҡайҙалар, теләһӘ ниндәйҙәр, ләкин был осраҡта кемдеңдер хата ебәргәнен ишетергә тура килмәне. Баҫым хатаһы хәҙерге заман ҡылым формаһында (III зат) күберәк осрай: йөрӨйҙәр түгел, ә йөрөйҙӘр тип әйтелә башҡортса.

Күреүегеҙсә, ҡағиҙәләр күп түгел, иҫтә ҡалдырыуы ла ауыр түгел. Иҫтә ҡалдырыу тигәндән, әле ауылда йәшәгәндәрҙең телендә бөгөн телгә алған баҫым хаталары, ғөмүмән, осрамай. Олораҡ йәштәге журналист, артистар телендә лә бындай хаталар булмай тиерлек.

Мин, халыҡ алдында башҡорт телендә даими сығыш яһаусы журналист, хәбәрселәр, дикторҙар, алып барыусылар, артистар – туған телебеҙҙе һаҡлаусы төп көс, тип иҫәпләйем. Уларҙың өндәребеҙҙе, һүҙ формаларын дөрөҫ әйтеүе тел нормаларын башҡаларға еткереп, һеңдереп тора. Шуға ла ошо яуаплылыҡтары өсөн уларға ҡарата талаптарыбыҙ ҙа нығыраҡ, шуға ла башҡалар телендә беҙ “күрмәгән”, “ишетмәгән” дә хаталар улар телендә ишетелһә, беҙҙең ҡолаҡтарҙы ярыпмы-яра ғына.

Ошо мөһим һөнәрҙе һайлаған егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың телебеҙгә бик һаҡ булыуын, уны боҙмай, үҙгәрт­мәй, икенселәргә яраҡлаштырмай, киләсәк быуындарға ла тапшы­рырлыҡ итеп ҡәҙерләп тороуын ғына теләйем. Ә быны үҙебеҙҙән башҡа берәү ҙә эшләмәҫ.

Өфө ҡалаһы.
Автор: Вәкил ХАЖИН, ғалим
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/bash-ortsa-d-r-yl-sh-e-me-/
Читайте нас