Новости
22 Март 2021, 06:50

Аттарҙа сабып ҡына

Баймаҡ районының Граф күле янында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған яҙғы ат спорты ярыштары үтте.

Сарала баймаҡтар ғына түгел, күрше район вәкилдәре лә ҡатнашты. һуңғы йылдарҙа ат спорты ярыштары төрлө төбәктәрҙә үтә, аттарҙа һыбайлылар көс һынаша, ат биатлоны уйыны киң танылыу таба. Республикала тәүгеләрҙән булып Баймаҡ ерендә тергеҙелгән ат биатлоны һәм төрки халыҡтарының милли уйыны “Ылаҡ” ярышы был юлы ла ситтә ҡалманы. Тәүгеһендә һыбай килеш билдәле араны сабып үтеп, аттан төшөп, сәпкә уҡтан атып тейҙерергә һәм финишҡа тиклем тағы ла билдәле араны сабып үтеү бурысы ҡуйылһа, “Ылаҡ” уйынында ике төркөмдәге һыбайлылар ҡаршы команданың майҙансығына ҡуйылған ҡаҙанға, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, кәзә түшкәһен һалырға тейеш. Кем күберәк ташлай, шул команда еңеүсе була.
Был юлы ат спорты ярыштарын Фәрүәз Рафиҡов тура трансляция аша алып барҙы һәм ул район хакимиәте сайтының "Бәйләнештә"ге төркөмөндө күрһәтелде. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
"Ат спорты буйынса ярыштар - үҙенең матурлығы буйынса ғәжәйеп күренешле спорт төрө. Бөгөн Граф күле буйында үткәрелән яҙғы ат спорты ярыштары программаһына күсмә халыҡтар уйыны "Ылаҡ", башҡорттарҙың һыбайлы көрәш уйыны - "Ауҙарыш", ат биатлоны һәм, әлбиттә, башҡорт тоҡомло аттарҙа сабыштар ингәйне. Ярыштарға Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан ҡатнашыусылар килде. Еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Ошо миҙгелдә һеҙгә уңышлы старттар теләйбеҙ!"
Бәйге тураһында тулы мәғлүмәтте гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Attar-a-sabip-ina-726079/
Читайте нас