Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Март 2021, 05:42
"Ҡырым яҙы" майҙан тупланы
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда бөгөн сағыу сара – “Ҡырым яҙы” концерты үтте.
Майҙанға, йылдағыса, студенттар һәм хәрби-патриотик хәрәкәттә ҡатнашҡан йәштәр йыйылды. Улар алдында “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ижади коллективтары сығыш яһаны: “Быуын” халыҡ академия хоры, “Шаян” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Чудетство” балалар эстрада театры, “Кредо” эстрада балеты һәм башҡалар.
Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев һәм республика конкурстары лауреаты Илнур Һибәтуллин тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған байрам сараһы бик күңелле үтте, халыҡ ҡәнәғәт ҡалды.
Фото: “Башҡортостан” дәүләт концерт залы.
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/irim-ya-i-may-an-tuplani-723298/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"