Новости
19 Март 2021, 04:40

Табиптар, һеҙҙең өсөн!

Пандемия ваҡытында сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләрҙе аяуһыҙ сирҙән – коронавирустан һаҡлаған табиптарға ниндәй рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәк тә, аҙ кеүек. Шуға күрә, уларҙың кәйефен күтәргән, дәрт-дарман өҫтәгән саралар булып тора.

Сираттағы шундай концерт 27 мартта баш ҡалала, Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда уҙасаҡ. “Табиптарға рәхмәт!” программаһы өсөнсө тапҡыр үтәсәк, уны Берҙәм Рәсәй партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты сиктәрендә ойошторалар.
Оpen air форматында уҙасаҡ ҙур мәҙәни сара Башҡортостаныбыҙҙың билдәле шәхестәрен, сәхнә йондоҙҙарын берләштерәсәк. Программаның хедлайнеры итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, йырсы һәм композитор Денис Майдановты саҡырғандар.
Сағыу тамашаға рәхим итегеҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Tabiptar--e-e--s-n-722152/
Читайте нас