Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
19 Март 2021, 04:58
Статистика өсөн кадрҙар әҙерләйҙәр
Республикала белгестәрҙе уҡытып, статистикала яңы белем биреү технолгияларын ғәмәлгә индереүҙә ярҙам күрһәтәсәктәр. Башҡорт дәүләт университеты менән Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы бөгөн ошо өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документта БДУ-ның “Башҡортостанстат” өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙә, уларҙың белемен камиллаштырыуҙа ҡатнашыуы билдәләнә. Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә вуз эшмәкәрлегенә яңы белем биреү, мәғлүмәт, коммуникация һәм аудиовизуаль технологиялар индерелә. Фәнни эш Рәсәйҙе стратегик үҫтереүҙең милли проекттарына һәм милли технологик башланғысҡа ярашлы тормошҡа ашырыла. Университет менән берлектәге эшмәкәрлек төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә статистиканы үҫтереүгә этәргес бирәсәк.
“Төп вуздар менән хеҙмәттәшлек – “Росстат”тың территориаль органдары өсөн күптәнге практика. БДУ менән бергә мәғарифты һәм фәнде үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары буйынса семинарҙар, конференциялар ойошторорбоҙ. Студенттар статистикалағы эштең серҙәренә төшөнөү өсөн беҙҙә практика үтәсәк”, – тине “Башҡортостанстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев.
БДУ-ла белдереүҙәренсә, “Башҡортостанстат” менән хеҙмәттәшлек төбәктәге бай белем биреү һәм ғилми ҡеүәтте нығытыу сараһына әүереләсәк.
“Беҙҙең юғары уҡыу йорто эске компетенцияларҙы арттырыуға, белгестәр әҙерләү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ғилми, педагогик һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе мөмкин тиклем киңерәк үҫтереү яҡлы. Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй вуздары араһында юғары позицияларға өлгәште һәм туҡтап ҡалырға йыйынмай. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм ышаныслы партнерҙар булмаһа, белем биреү һәм ғилми-тикшеренеү хеҙмәттәре баҙарында алдынғылыҡты яулау кеүек ҙур бурысты үтәү мөмкин түгел. “Башҡортостанстат” менән төҙөлгән килешеү төбәктең бай белем биреү һәм ғилми ҡеүәтен арттырыу йәһәтенән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыр, тип ышанам”, – тине БДУ ректоры Николай Морозкин.
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Statistika-s-n-kadr-ar--erl-y-r-720490/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"