Башҡортса бейергә, ҡурайҙа уйнарға, йырларға йәки башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен яһарға өйрәнергә теләүселәр өсөн тәүге дәрестәр иртән Халыҡ ижады үҙәгендә була, төштән һуң Сулпан балалар баҡсаһында дауам итә. 20 мартта Ҡуян ауылы мәсетендә, 21-е Башҡултай ауылында. Ошо оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәһендә ижад ителгән номерҙар һәм сынъяһауҙар 21 мартта Пермь районының Ҡуян ауылында уҙасаҡ отчет концертында күрһәтелә.
Ә Ҡуян ауылында бөгөн «Тамыр» телеканалы, «Аҡбуҙат» журналы һәм Юлай Ғәлиуллин сығыш яһай. Уларҙың программалары төрлө йәштәге балаларға тәғәйенләнгән. «Аҡбуҙат» журналы башланғыс класс балалары менән эш итә – уларҙы баҫма менән таныштыра, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында төшөрөлгән «Шумер» йәнһүрәтен күрһәтә. «Тамыр» телеканалы урта кластар уҡыусыларын йыйып төрлө уйындар ойоштора, «Ғәйнә зирәге» бәйгеһендә иң отҡор, иң зирәкте һайлап алып бүләкләй, шулай уҡ башҡорт телендә «Нурбостан» исемле тәүге анимацион сериал күрһәтә. Юлай Ғәлиуллин иһә өлкән класс уҡыусыларына тәүҙә уҡтан атыу буйынса дәрес үткәрә, һуңынан иң мәргән ғәйнә уҡсыһын билдәләү маҡсатында турнир уҙғара.