Новости
19 Март 2021, 10:11

ИҪКЕ КҮПЕР

Тотош бер төҫтән генә аҡҡан һил тормошоноң ҡапылғара икенсе юҫыҡҡа боролоп китеүенә үҙ ҡыҙы сәбәпсе булыр тип бер ятып төшөнә лә инмәгәйне Сәйәр ағайҙың. Ғәҙәтенсә кәртә-ҡурала ваҡтөйәк мәшәҡәттәр менән булышып йөрөгәнендә ҡапҡанан шаулап Гөлдәриә килеп инде. Инә килә хәбәрен һөйләй ҡыҙы. Атаһы балта һабы сабып торған түбәлек аҫтына килеп еткәнсе, ярты хәбәрен һөйләп тә бөткәйне.


– Мәктәптең йөҙ йыллығын үткәрергә йыйынабыҙ. Материалдар аҙ. Бер нәмә лә йыйылып-тегелеп бармаған. Ни йүнле фоторәсемдәр ҡалмаған. Бынауҙы иҫке китапхана кәштәһенән табып алғайным, тик бөтәһен дә танымайым ... – Гөлдәриә атаһына фотоһүрәт һуҙҙы.

Ҡартлас кәртешкәгә оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Гөлдәриә сабыр- һыҙ ланып фотолағы кешеләрҙе төртөп күрһәтте:

– Мыныһы ни ҡатай яғынан килгән Йыһанур исемле уҡытыусы, шәйт. Тарихтан «бишле» алған малайҙарға мопедын биргеләп тә ебәрә торғайны. Мынауһы?.. – Сәйәр иңбашына аҡ шәл һалған мөләйем ҡатын һынына бармағын төрттө, – рус теле уҡытыусыһы, күсеп кил- гәйне. Ире кәбеҫтәнән, йә картуфтан бөйөрөк бөрөп һатыр ине. Ауыл халҡына эй ирмәк сауҙа ине. Ә быныһы? – Оҙон сәс толомдарын алға төшөргән борсаҡлы аҡ күлдәк кейгән һылыу ғына бер ҡыҙға төбәлде лә ветеран, берғауым һүҙһеҙ ҡалды.

Быныһы кем, атай?

– Хәтерләмәйем.Яңыраҡ училище бөтөп килгән ҡыҙ булғандыр.

– Ипләңкерәп ҡара инде, атай.

– Ҡара, ҡарама, белмәгәс белмәйем. Белгәнемде әйттем...

Ҡартлас, юҡ себенде ҡыуғандай, ҡулдары менән уңлы-һуллы хәрәкәттәр яһаны.

– Бүтәндәрҙән һораш. Ул йылдарҙа Баныу апай уҡытты, тағы Рәсимә лә эшкә төшкәйне шикелле.

– Ярай, мыныһына ла рәхмәт, атай. – Нисек килеп ингән, шул етеҙлектә сығып киткән Гөлдәриәнең һүҙе ҡапҡаның шығырлап асылыуы аҫтында ҡыҫылып ҡалды.

– Өйгә инһәңсе. Торғаны бер ҡойон! – Ата ҡараштары менән иркәләп оҙатып ҡалды ҡыҙын. Мәрхүмә әсәһе Хәҙисәгә тартҡан шул Гөлдәриә. Алдына алғанын ҡуймай. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ут ҡыҙы ҡай.

Ҡартлас бүкәнгә сүгәләне. Яйлап ҡына тәмәке ҡабыҙҙы. Ә бит Асияны онотмаған даһа ул. Ҡараштары төбәлгәс тә таныны һәм ҡыҙынан йәшерҙе Асияны белеүен.

...Ҡырҡ йыллап ваҡыт үткән ваҡиғаны ҡыҙы беләме? Уйлап ҡараниһә, Гөлдәриә өсөн уның бер әһәмиәте юҡ кеүек. Ни бары стенд эшләү өсөн генә исеме кәрәк ине түгелме ни? Асияның фотоһүрәтен күреүгә йәне лә тертләмәне, йөрәге лә ҡубарылманы, шулай ҙа күңел төбөнән йылы ғына ипкен урғылып сыҡты ла алыҫтағы йылдар шаңдауына әйҙәне.

* * *

Сәйәр һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан көн ине. Станциянан уҡ ауылына китергә йыйынған йөк машинаһына аңғармаҫтан тәл булыуына ҡыуанып ҡайтып килгән егет Иҙел буйында уҡ төшөп ҡалды. Иҙелен, балыҡ ҡармаҡлаған бөгөлдө үтә һағынғайны.

«Әллә-лә, сыйҙым мәле икән». Эх, ҡулында ҡармаҡтары булһасы. Ошо мәлде Сәйәр бала сағынан ярата. Өшөп-туңып, ҡобараһы осоп ҡайта торғайны, әммә һәр саҡ ҡәнәғәт ине. Шулай булмайса, ҡыш бауыры үткәнсә тотҡан балыҡтары танһыҡ ризыҡ булды. Әле лә бына һыуға төш тә йәнең күпме теләй шунса тот ине балыҡтарҙы. Гәлсәр кеүек үтә күренмәле йоҡа боҙ ҡатламдары ҡояштың һүрән йылыһы нан да, йә нимәлер бәрелеүҙән сурт ыуарылып төшкән тауышҡа ҡурҡҡан балыҡтар бер урынға күмәртәләп йәшенә. Шуға ла сыйҙым мәлендә балыҡ тотоуы анһат. Сәйәр хыялланып торған арала, кемдер тауыш итте. Әйләнеп ҡарауға, ҡаршыһында ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡыҙ тора ине. Сәйәр уның аҡһыл йөҙөнә, һаҙ төҫөндәй йәшкелт күҙҙәренә, унан да ғәйәр етендәй һары сәстәренән күҙҙәрен алал- маны. Ҡыҙ йылмайғандай итте лә, тағы ниҙер һораны. Йөҙәүенән телһеҙ ҡалған Сәйәр йәһәт кенә үҙен ҡулға алды. «Әллә мәрйә..?

Юҡтыр, үҙебеҙсә әйткәндәй бит».

– Нимә тинегеҙ, һылыу?

– Был ике ауылдың ҡайһыһы Таштуғай була? – Ҡыҙ ҡулдарын ауыл өҫтөнә иҙәне.

– Бер ауыл ул – Таштуғай. Береһен аръяҡ, икенсеһен бирьяҡ тип йөрөтәләр. Күптәр шулай уйлап яңылыша шул.

Ҡыҙ төшөндөм тигәндәй, эскерһеҙ йылмайҙы. Уймаҡ кеүек кенә ауыҙында мәрйен ише шыма аҡ тештәр йылтыраны.

– Һеҙ ҡайтып та етмәгәнегеҙ, ахыры, – ҡыҙ сумаҙанға ымланы.

– Һеҙ тимәгеҙ миңә, әйҙәгеҙ, башта танышайыҡ: мин ошо ауыл дың, йәғни аръяҡ егете Сәйәр булам.

– Асия.

– Ҡалай матур исем, үҙегеҙ кеүек.

Асия ҡыҙарып башын түбән эйҙе.

– Һинән ярты сәғәт элгәре генә килеп төшкәнмендер. Тигенгә ҡайтып китергә ашыҡмағанмын инде, мына һиңә юлдаш булдым. Әйҙә, Асия, – Сәйәр йәһәт кенә ҡыҙҙың һары сумаҙанын эләктереп аръяҡҡа атланы. Урам уртаһынан көлөшә-һөйләшә килгән ят ҡыҙ менән Сәйәрҙе кемдер танып күреште, бәғзеһе мәрәкәләне, ҡайһыһы аптыраулы ҡиәфәттә тороп ҡалды, ә Мөслимә тигәне әллә ҡайҙан күрә һалып яланөҫ урамға атылып килеп сыҡты.

– Аһ, аһ, Сәйәр һинме был ә? Әллә, ҡәһәрмән малай, кәләшен дә ҡуша апҡайтып килә инде? – Һөйләнә-мәрәкәләй ҡушҡуллап күреште.

– Эйе, еңгәй хәҙер армиянан биреп ҡайтаралар, шуныһы һәйбәт – буйҙаҡ йөрөп ыҙаланмайһың.

Оялышынан бурҙаттай булған Асия таныш булмаған урамдан атлауын дауам итте. Сәйәр ҡыҙ артынан йүгерҙе.

Асияның мәктәп директоры менән осрашыуынан һуң кәйефе кителде. Декрет ялына киткән уҡытыусы урынына ғына икәнлеген белгәс, башта ырыяһыҙ ғына торһа ла, ни хәл итһен инде, күнде.

– Ярар, аҙаҡ берәй әмәле килеп сығыр әле, – тине директор. – Бәлки, килен итеп тә алып ҡалырбыҙ, – ул шаярып Сәйәргә ҡараны.

Асияны оҙатып йөрөгән арала, Сәйәрҙең ҡайтып төшөүе, үҙе менән мәрйәме, сирмешме шунда ҡыҙ эйәрткәнен, икәүләшеп мәк- тәп урамына юл тотҡанлығын бөтөн ауыл түгел, оста йәшәүсе апаһы Әҡлимәгә тиклем ишетелде.

– Ыста, ул ни ҡыланыуы Сәйәрҙең, күрһәтермен мин уға сир меште! – Яндырай холоҡло Әҡлимә уртансы улына ауыҙ асып та өлгөрмәне, тегеһе елтәнләп сығып та йүгерҙе. Мөхлисә әбей тыҡыры- ғына боролоуға иләтән өҫ менән елдереп килеүсе бәләкәй малай был икәүҙең юлына арҡыры торҙо.

Һин нишләп былайтып йөрөйһөң? – Сәйәр Әҡлимәнең ире Баязитҡа «һуйып ҡаплаған» малайҙы танып алғайны.

– Һине эҙләп йөрөйөм ҡый. Әсәй йәһәт кенә олатайымдарға ҡайтырға ҡушты ҡый, – тине малай танауын шыр тартып. Бәләкәсте шинеленә төрөп алып ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы һалдатҡа.

...Өй тулаһы саҡырылған ҡунаҡтарҙың ығы-зығыһынан тамам ялҡты Сәйәр. Ҡайнап ултырған әсе балдан баштарына арыуыҡ ҡына сыҡҡан ир-ат бер-береһенә һүҙ алдырмай, армия ваҡыттарын һөй- ләй. Егет уларҙы тыңлаған ҡиәфәттә ултырһа ла күҙ алдынан Асия китмәй. Эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән Шәрифә уға бөгөн бар ни ҙә, юҡ ни. Әле ике көн элгәре поезд һикеһендә Шәрифәһен күрергә атлығып, хатта күрешеүҙәрен күҙ алдына килтереп хыялланып ятҡан Сәйәр тимәҫһең. Ә хәҙер йөрәге Асия, Асия тип тибә. Нимә был? Мөхәббәт тигәндәре ошолай буламы икән?

Мәжлес оторо ҡыҙҙы, ауыҙына бал тейгән Шәрифәнең атаһы «кейәү»ҙән һалдыра башланы. Егеттең уҫлаптай ҡулдарҙы иңбашы- нан алып ырғытҡыһы килә. «Кейәү, имеш. Иләнмәгән-һуғылмаған, Шығай, һиңә бер ыштан». Булмай торһон әле. Бәләкәй саҡтарында, йәнәһе, ҡолаҡ тешләткәндәр, үҫә төшкәс һырға һабағы бирешкәндәр ике дуҫ. Атайҙар үҙ-ара фронтташ дуҫтар булған өсөн генә балалар өйләнешергә тейеш булып сыға түгелме? Юҡ! Мөхәббәтте кемдер һиңә килтереп бирергә тейеш түгел. Мөхәббәт ана, Асия шикелле көтмәгәндә үҙе килергә тейеш. Ә Шәрифәне яратмаған ул. Ошоғаса ысын һөйөүҙе ни шайлы икәнен тойоп та ҡарамаған Сәйәр.

Саф һауаға эркелеп сыҡҡан ирҙәр ыңғайына егет тә эйәрҙе. Ҡараштары Мөхлисә әбейҙең туҡал өйөн эҙләне. Сәйәрҙең төркөм араһынан ҡапыл зымзыя булыуын һуҡмыш ирҙәр аңғарманы.

Был мәлдә йөрәге ярһыуынан алҡымына тығыла яҙған егет Мөхлисә ҡарсыҡтың өйө тәңгәлендә тора ине. Ярым тартылған тәҙрә ҡорғаны аша башын яурынына ҡыйшайта һалған Асия ниҙер яҙа – дәрескә әҙерләнә, буғай. Мәрмәр төҫлө ап-аҡ иңбашынан алып, етендәй сәстәренең еҫен тойғоһо, һаҙ ишендәй ҡуйы йәшел күҙҙәренә ҡарап оҙон-оҙаҡ торғоһо килде Сәйәрҙең. Әммә ул быларҙың береһен дә эшләй алмай ине. Ҡыҫыр өмөттәренән һүрелгән егет ҡатмаҡ юлдан кирза

итектәрен һөйрәп Иҫке күпергә ыңғайланы. Асияны осратҡан урында тапанып торҙо ла үҙ йорттарына йүнәлде.

Ҡунаҡтар таралған, күрәһең, тауыш-тын юҡ. Тәҙрәләге ут шәү- ләһе ҡапҡа төбөндә торған икәүҙең күләгәһен сайҡалта. Тауышынан уҡ апаһы Әҡлимә икәнен таныны Сәйәр.

– Ана, Сәйәр үҙе килә, ғүмереңә бәрәкәт килгере, нимә һәптәнләп сығып тайҙың? Шәрифә ҡайтам ти, мин ҡайтармайым, һине көтәүел ләйек, тим. Ярай, мин һыпырттым. Еҙнәң бығаса ҡырҡ тапҡыр сығып һөрәнләгәндер әле. – Әҡлимә һылтаулап үҙ йортона ашыҡты.

Әйҙә һуң, оҙатып ҡуяйым, – Сәйәр ырыяһыҙ ғына Шәрифәнең яурынынан алды. Шуны ғына көткәндәй ҡыҙ эҫе тынын бөркөп һөйгәненең ҡосағына ташланды. Ирендәр бер-береһен эҙләп тапты... Шәрифә егетенең һалҡынлығын тоймай ҡалманы. Бәй, ҡайнар ҡо сағы һалҡын, үбешеүе ләззәтһеҙ һымаҡсы. Ҡосоп тороуын төкөрәйем! Сәйәр ҡапыл ситкә тартылып тәмәкеһенә йәбеште. Осрашыуға тәүләп сыҡҡан оялсан ҡыҙ һәм баҙнатһыҙ егет ҡиәфәтендә өнһөҙ генә атлауҙарын дауам иттеләр. Күҙ йәштәренә быуылған Шәрифә баш һелкеп кенә һаубуллашты ла ҡапҡанан инеп юғалды. Ярһыуҙарын баҫырға теләп, Сәйәр төнгө урамда оҙаҡ йөрөнө. Был мәлдә бирьяҡта Шәрифә буҙланы. Ике йыл буйы яратам тип өҙөлөп хаттар яҙған егетенең ҡайтып төшкәс, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеүен аңы ҡабул итмәне. Сәйәрҙең үҙенә ҡарата бигерәк битараф булыуы, унан да ғәйәр һауалы ҡыланыуы ҡыҙға оҡшаманы. Шәрифә ни уйларға ла белмәне. Юҡ-бар лаҡап һатып өлгөрҙө кемдер? Улай тиһәң, ҡыҙ бит ҡәтғи яҙылған дәрес теҙмәһе кеүек йәшәне: эшенә барҙы, ҡайтышлай Хәҙисә ҡарсыҡтарға һуғылды, ары өйҙәренә ашыҡты. Тоғро көттө ул һөйгәнен. Ә һөҙөмтәһе? Шәрифә тағы мендәренә ҡапланды.

Аҙна үтте. Сәйәр бирьяҡта күренмәне. Күңел тигәне ҡара йәше- нән йәрәшелгән Шәрифәгә түгел, бер күреүҙә ғашиҡ булған Асияға тартылды. Юҡ сәбәпте бар итеп йә мәктәп яғында, йә Мөхлисә әбей тыҡырығында уранғыланды. Асияны күреп һөйләшергә баҙманы – тәүге осрашҡан көндәге ҡыйыулығы юҡҡа сыҡҡайны. Бер-береһенә тамсы һыу кеүек игеҙәк көндәр күңел төбөндә әллә ниндәй тойғолар яралтты. Йәм тапманы егет. Күберәген йорт тирәһендә эштәр менән булышты. Кистәрен ҡулынан китап төшөрмәне. Улының ҡапылғара үҙгәреп, үҙ эсенә йомолоп ҡалыуын Хәҙисә ҡарсыҡ һиҙмәй ҡалманы. Шәрифәнең дә был йортҡа аяҡ һыуындырыуы тиктәҫкә түгеллеге шәйләнде.

– Ҡарале, бабай, кинйәбеҙ төптө әллә кем булып ҡайтҡан, тиһәм, әрменән ҡайтып төшкән көнөндә тас әүәлгесә ине, ә хәҙер һөйләш мәй-нитмәй, ҡыйғыр тамаҡҡа әйләнде, сығып-һағып та йөрөмәй. Әллә Шәрифәһе менән аралары боҙолошоп ҡуйҙымы? – Зөлҡәрнәй ҡарт әбейенә ҡырын ҡарап ҡуйҙы.

– Һин булһаң, маңлай тишеп күҙ сығарырһың. Ир ҡорона тулған малай. Үҙе беләлер. Шәрифәгә килгәндә, ул һиңә генә килен булып бөткән ул, Сәйәр ни уйлайҙыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Тығылма! Ана, Шәрифә килеп йыйыштырмағас, ҡашығаяҡ яғың...

– Бында бер ғиллә бар. Намыҫыма теймәй торһондар әле, – ҡар сыҡ бабайын тыңламай үҙ туҡһанын сурытты.

– Намыҫлашырға һине ҡуш та ҡуй инде. Һинән алда юғарыраҡ берәү бар әле, – Зөлҡәрнәй ҡарт түбәгә төртөп күрһәтте.

– Мине Хәҙисә тиҙәр! – тауышында тәүәккәллек сағылып ҡалды.

Күркле ерҙән килен төшөрөүҙән бигерәк, кешеләрҙең йөҙ астыр- май көлөүенән ғәрләнә ул. Ни тиһәң дә тиҫтә йылдар юғары урында эшләгән кешеләр менән аралашып йәшәүен намыҫ эшенә тиң күрә Хәҙисә. Заманына күрә үтә хәлле кешеләрҙең бер бөртөк балаһын үҙ ғаиләһенә алып, кинйәһенең киләсәген хәстәрләмәксе. Хан һарайын дай йорт, затлы машина, өй тулаһы монаят яңғыҙ ҡыҙына ҡалмай кемгә ҡалһын. Талашып-тартышып йөрөргә зат-зәүере юҡ. Ята-тора бер уй менән янды ҡарсыҡ. Ни булһа ла булыр – бер көн улына һүҙ тишергә булды.

– Балам, Шәрифә уҡырға-маҙар киткәнме? Һуңғы осорҙа күҙгәбашҡа күренмәйсе?

Сәйәр ишетмәмеш булды. Улының һөйләшергә теләмәүе Хәҙисә ҡарсыҡты ярһытты.

– Әллә ҡайҙан белмәгән-күрмәгән ерҙән килен әйттергәнсе, үҙебеҙҙекеләр лутсы. Яҡшы тауар лавка кәштәһе аҫтынан үтмәй, тигәндәй, һиңә эҙләп-нитәһе түгел. Ике йыл буйы тоғро көттө, ундай ҡыҙҙы сыра яндырып эҙләһәң дә хәҙерге заманда тапмаҫһың. Ана... – Хәҙисә ауылдың бөтөн ҡыҙҙарының «гонаһтарын» теҙеп сыҡты ла хәл иткес һүҙен батшабикәләй яңғыратты:

– Шәрифәгә өйләнәһең!

– Миңә эшкә төшәһе бар. Һеҙҙең пенсияға ғаиләмде аҫы- райыммы?

– Ауылда эштән күп нәмә юҡ. Ана Шәрифә бик тә матур эшләп йөрөй.

– Әйләнгән һайын Шәрифә. Бәлки, миңә бүтән кәрәктер! – Сәйәр үҙ ғүмерендә бер тапҡыр әсәһенә ҡаты бәрелеп, ишекте шартлата ябып сығып китте.

«Ҡалай туланы Сәйәр. Хас сығынсы йәш айғырмы ни? Тенәүгөн Латифаның тәләкеләп тороуы тигенгә булмаған икән. Икенсе көнөнә юҡ йомошто бар итеп шипкерт кенә Мөхлисә йортона юл тотто. Алыш-биреше, ҡулғамышы булмаһа ни, ауылдашына тишер һүҙ табыр, моғайын. Улын ашап-эсеүҙән яҙҙырған, теленән орҙорған, ҡыҙынан һыуындырған «мәрйәне» күреү ине ысынындағы ниәте. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр тупһаһына аяҡ баҫмаған ауылдашын Мөхлисә әбей һағайып ҡаршыланы. «Ни аҙаплап йөрөй был Хәҙисә?» – шулай ҙа саҡырылмаған ҡунаҡты ғәҙәт буйынса түргә әйҙүкләне. Донъяуи хәлдәрҙе һөйләшә торғас, Хәҙисә тәғәйен көндә Сәйәренә тигән ниәт ҡорбанын салдырып күрше-араны, яңғыҙаҡ әбейҙәрҙе ашҡа саҡырып йөрөүен әйткәс, хужабикә уғата яҙылып китте. Ҡунаҡ та ашыҡманы. Ике күҙе ишектә булһа ла, ултырыуын дауам итте.

– Сүп төшөрмәй, бөхтә йәшәйһең, Мөхлисә. Беҙҙең бабай үҙе бола мыҡ ояһы. Малға бесән ырғытһа, әүрәүе эйәрә, – Хәҙисә һеңкел дәп көлгән булды.

Миңәме инде өйҙө бөхтә тотоу – фатирға ҡыҙ төшөрҙөм бит. Көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға ла кеше булһын тигәйнем.

Олоғайғас ни, тоҡтомалға эс боша.

– Бабайға барырға ине һиңә, Мөхлисә.

– Һи, беҙгә тигән бабайҙарҙың «ҡомо» ҡойолоп йөрөй инде хәҙер. Ике ҡарсыҡ һындары ҡатҡансы көлөштө.

– Харап уңған ҡыҙ. Ҡана һуң, малайың булып килен итеп апҡал ине. Сәйгә ултырған һайын шул балаға «ғарҡ» булып тик ултырам, валлаһи ғаләм.

Сыжлап ҡайнап ултырған самауырҙың һуңғы күмере тоноуға, Хәҙисә әбей яңы уҡытыусының кемлеген, ата-әсәһенең ни шайлы икәнен белеп өлгөрҙө. Ашъяулыҡты тартып, ризыҡҡа фатиха ҡылған саҡта Асия ҡайтып инде. Хәҙисә һынамсыл ҡарашын ҡыҙға төбәне. «Сибәр икән суҡынғыр. Үҙен тотошо ни ғорло». Ҡунаҡ ҡайтырға йыйынды.

– Онотма, кем Мөхлисә. Төш ауыуға барып ет. Әйткән әйтеүҙе мәлендә үтәп ҡуйыу фарыз. Юҡһа, бүтән мәшәҡәттәр ҙә сығып тора. Кинйәмә, Сәйәрҙе әйтәм, кәләш әйттерергә ниәтебеҙ. Йәрәшелгән ҡыҙы бар. Нимәһен уның һуҙырға, – юрый һөйләнде Хәҙисә ҡарсыҡ ишек тотҡаһына тотона-тотона.

Ҡайтыр юлы ғәләмәт оҙон тойолдо уға. Латифаның лаҡабы раҫҡа сыҡһа, ҡалайтмаҡ кәрәк. Үтә һылыу бит ҡәһәрең. Сәйәрҙең дә күҙ һалыуы ихтимал. Йән тыныслығын юғалтты Хәҙисә. Ике-өс көндән үҙ халәтенә ҡайтты. Ныҡлап бер ҡарарға килде. Бөгәсә үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡалғаны юҡ әле. Ниндәйҙер бер «ҡурсаҡҡа» әүрәтеп ҡуймаҫ улын. Сирек быуат ҡатышып йәшәгән дуҫтарын инде туғанлаштыҡ тигәндә ҡан дошманына әйләндерәсәге юҡ. Көллө ғаләм алдында намыҫын юғары ҡуйып йәшәгән Хәҙисә бынан ары ла Хәҙисә булыр! Эске кисерештәре менән тамам алйыу хәленә еткән Сәйәр бер кис Мөхлисә йортоноң ишеген ҡаҡты. Иләнгән йөндө аяҡлап ултырған әбей ыңһарлап урынынан ҡуҙғала алмай торҙо.

– Зөлҡәрнәйҙең кесе улы, тиһәм...

– Эйе, Сәйәр булам.

– Ғәләмәт үҙгәреп киткәнһең, упсым ир ҡорона кергәнһең, ысын- лап та кәләш алырлыҡ булғанһың.

– Миңә тигән кәләш, әле бишектә төрләнә, ти.

– Улай тимә. Тенәүгөн әсәйең ҡорбан ашына саҡырғайны, Шәрип- ҡолдоң ҡыҙы менән йәрәшелгәнһең икән. Бик мәслихәт. Еткән баласағаның башлы-күҙле булыуы хуп.
Сәғирә Шәрәфетдинова.("Хикәйәләр" төркөмөнән)
Читайте нас