Новости
19 Марта 2021, 05:05

Дөрөҫ йоҡлайһыңмы?

Төндә насар йоҡлауға зарланаһыңмы? Тынысланып йоҡлау өсөн ятҡан ерегеҙҙе ҡулайлаштырырға кәңәш ителә.

Иҫке матрасты үҙгәртеп алығыҙ.
Яңы матрас һатып алырға мөмкинлегегеҙ юҡ икән, иҫке матрасығыҙҙың өҫтөнә 5 сантиметр ҡалынлығындағы пенополиуретан һалығыҙ.

Йоҡо бүлмәһен ҡараңғы­латығыҙ.
Яҡтылыҡ организмдың мелатонин – йоҡларға ярҙам иткән гормон эшләп сығарыу һәләтен кәметә. Әлбиттә, яҡтылыҡты үткәрмәгән пәрҙәләр алып элергә лә була, әммә арзаныраҡ саралар ҙа бар: бер нисә рулон ҡара­ғусҡыл төҫтәге пленка алып, тәҙрәгә йәбештерергә мөмкин.

Карауаттағы йәймәне алмаштырығыҙ.
Мамыҡ йәймә, әлбиттә, зауыҡ­лылыр, тик ревматоидлы артриттан яфаланғандар өсөн саманан тыш ҡаты, тығыҙ, уңайһыҙ булыр. Иң яҡшыһы – трикотаж йәймә һайлағыҙ.

Табанығыҙ өсөн махсус ҡулайлама яһағыҙ.
Ревматоидлы артрит арҡа­һында аяҡ табаны үтә һиҙгергә әйләнә. Юрған ябынмаһаң – аяҡ өшөй, ябынһаң – табандар һыҙ­лай. Был осраҡта карауатта матрас менән пружина блогы араһына юрғанды күтәреп торорлоҡ таҡта ҡуйырға мөмкин.

Муйын ауыртыуын баҫығыҙ.
Төн уртаһында муйынығыҙ ауыртып уянаһығыҙмы? Йоҡо тыныс булһын тиһәгеҙ, башы­ғыҙҙы һыу тултырылған мендәргә һалырға кәңәш ителә. Джонс Хопкинс университеты ғалим­дары асыҡлауынса, муйыны ауыртҡан кешеләр ябай мендәргә ҡарағанда, һыу тултырылған яҫтыҡта тиҙерәк йоҡлап китә һәм төндә һирәк уяна икән.
Читайте нас