Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Март 2021, 06:18
#Ҡырымяҙы фоточелленджында ҡатнашығыҙ
Йәшеллеккә күмелгән һоҡланғыс Гурзуф, ҙур айыуға оҡшаған Аю-даг, зәңгәр күк менән ер араһында кәйелеп осҡан Ҡарлуғас ояһының ғорур әкиәти һыны, Баҡсаһарай һәм Генуя ҡәлғәһе таштарындағы тарих... Ә һеҙ Ҡырымды ниндәй итеп күрҙегеҙ?
Башҡортостан халҡын 18 – 21 мартта #Ҡырымяҙы фоточелленджында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ҡырым буйлап сәйәхәттән, ял итеүҙән ҡалған тәьҫораттарығыҙ, хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Унда ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Instagram”, “Facebook” һәм башҡа социаль селтәрҙәргә фотоғыҙҙы ҡуйырға һәм эстафетаны биш дуҫығыҙға йәки туғанығыҙға тапшырырға кәрәк.
Акциның хештегтары: #Крымскаявесна һәм #РоссияСевастопольКрым. Иң күп лайк йыйған фотолар “Молодежная газета”ла донъя күрә.
Мәғлүм булыуынса, 18 март – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө. Илдең бөтә төбәктәрендә “Ҡырым яҙы” тигән дөйөм исем аҫтында ошо датаға арналған саралар уҙғарыла.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/irimya-i-fotochellendginda-atnashi-i-721205/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"