Әсәйеңдең фатихаһын бөтә маҡтауҙарҙан да алда йөрөт.
Яҡшыға юлдаш булһаң, етерһең моратҡа,
Яманға юлдаш булһаң, ҡалырһың оятҡа.
Биттәге бысраҡты йыуһаң да, күңел бысрағын йыуып булмай.
Юғары ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит.
Яҡшы ҡатын юҡтан ҡорап туйҙырыр,
Яман ҡатын яңғыҙ атың һуйҙырыр.
Кеше йырын йырлайым тип, үҙ йырыңды онотма.
Килен кеше ҡәйнә усағынан ярала.
Ун балаға ата булыуҙан бер балаға баш булыу артыҡ.