Новости
18 Марта 2021, 06:22

Кешенең ҡулына ҡарап организмдағы проблемалар тураһында белеп була.

Кешенең ҡулына ҡарап, организмдағы проблемалар тураһында белеп була.Ус ҡыҙыл булһа, бауыр ағыуланған тигән һүҙ. Гепатит йәки гепатоз булыуы бар.

Ус һары булһа, бауыр йәки үт ҡыуығы ауырыуҙары (гепатит, үт ҡыуығында таш, холангит, холецистит) булыуы ихтимал.
Ҡулдың өҫкө яғында көрән таптар булһа, үт ҡыуығын тикшертергә кәрәк.
Ҡул тиреһе кипһә, А һәм Д витаминдары етмәй.
Ҡулдар һалҡын булһа, организмға никотин кислотаһы етмәй. Ит, балыҡ,бәшмәк, ҡарабойҙай, фасоль, кәбеҫтә ашарға кәрәк.
Ҡулдар тирләһә, үт ҡыуығы эшсәнлеге боҙолған булыуы бар.
Сетәкәй бармаҡтар ойоһа, кардиологка күренергә кәрәк.
Ҙур бармаҡ ойоһа,тын алыу органдарында ауырыу булырға мөмкин.
Быуындар шартлаһа, кальций етмәй тигән һүҙ.
Быуындар шешеп, һыҙлаһа — полиартрит булыуы ихтимал.
Читайте нас