Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Март 2021, 06:35
Өфөлә “Нуриев көндәре” башланды
Яҡташыбыҙ, бар донъяға танылған атаҡлы бейеүсе Рудольф Нуриевтең тыуған көнө. Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙа “Нуриев көндәре” башланды. Ул өс көн дауам итә.
Иҫтәлекле сараны асып, бер төркөм сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, легендар артистың талантын үҙ итеүселәр уның Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы барельефына сәскәләр һалды. Бында театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, балет труппаһының художество етәксеһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Элеонора Ҡыуатова, балет артистары, Р. Нуриев исемен йөрөткән Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре булды.
”Нуриев көндәре” барышында “Торналар йыры” балеты, “Шедеврҙар коллекцияһы” концерты һәм “Бейеү менән роман” гала-концерты ҡуйыла.
Фото: "Башинформ".
Автор: Равиля Гатауллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/f-l--Nuriev-k-nd-re-bashlandi-721431/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"