Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Март 2021, 06:33
Өфө Хатикоһы бөгөн нисек йәшәй?
Хатико ҡушаматлы эттең яҙмышы тураһында яҙғайныҡ инде. Ул ике йыл урамда йәшәгән. Мәғлүм булыуынса, күсенгән саҡта хужаһы уны юғалтҡан була. Берәҙәк тормоштан эттең хәле насарая, шул саҡта уны ирекмәндәр үҙ ҡанаты аҫтына ала, дауалай.
Социаль селтәрҙә Хатико тураһында мәғлүмәт баҫылғас, ысын хужа этте танып, килеп ала. Эттең икенсе исеме Радик булған.
Ошо ваҡиғаға биш ай ваҡыт үтеп тә киткән. Радиктың хужаһы Мират Аҡолов: "Беҙҙең барыһы ла яҡшы, ул элекке хәленә ҡайтты. Психикаһы ҡаҡшаған, әлбиттә. Ярай, арыуланып китер әле", – ти.
Эт хәҙер аҡһамай икән, шуға ла хужа уның менән бергә спорт менән шөғөлләнергә – йүгерә башларға йыйына. Уңыштар теләйбеҙ уларға.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-Hatiko-i-b-g-n-nisek-y-sh-y-721410/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"