Новости
18 Март 2021, 10:36

"Бөркөт" булып ҡал

Бер кеше бөркөт йомортҡаһын табып тауыҡ ояһына һалып киткән.Бөркөт балаһы себештәр менән бергә үҫкән, уларға оҡшап ҡытҡылдаған, ем эҙләп ерҙә соҡонған, ҡанаттарын елпеп осорға маташҡан.

Йылдар үткән, үҫеп еткән бөркөт. Бер көндө ул һауала ғорур ҡош күреп ҡалып, һоҡланып ҡарап торған.

Янындағы тауыҡтарҙан:
- Ул кем? - тип һораған.

- Бөркөт, бөтә ҡоштарҙың батшаһы, - тип яуаплаған күршеһе. - Ул һауа ҡошо, ә беҙ, тауыҡтар, ергә ерлеккәнбеҙ.

Шулай итеп бөркөт үҙенең тауыҡ сығышына ышанып, ерҙә йәшәгән, бер ваҡытта ла осмаған һәм тауыҡ кеүек үлгән.

Ә күпме кешеләр үҙҙәренең мөмкинлектәрен белмәй йәшәйҙәр икән? Һәр ваҡыт хыялына хыянат итмәҫкә, яҡты киләсәккә ышанырға, алға ынтылырға кәрәк.
Читайте нас