Новости
17 Марта 2021, 04:12

Иртәнге сәйгә тәмле самса

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:500 г он250 мл йылы һыу1 балғалаҡ тоҙ+һары майЭслек өсөн: 300-400 г ит (фарш)2 баш һуғантоҙ, борос, зира (теләк буйынса)

Иләнгән онға тоҙ һалып болғатҡан йылымыс һыу ҡушып ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы әҙерәк майлап 3-4 минут яҡшылап баҫырға.
Артабан уны салафан төргәккә һалып, 20 минут ял бирергә.
Ҡамырҙы йәнә 3 минут дауамында баҫып, 15 минут ял бирергә (2 тапҡыр шулай итергә).
Ҡамырҙы һалмаға кеүек йоҡа итеп йәйергә. Өҫтөнә шыйыҡ һары май һөртөп, рулет итеп төрөргә.
Ҡамырҙы 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа, йәки 40 минутҡа тундырғысҡа оҙатырға.
Эслек өсөн итте (ҡош ите, һарыҡ ите, һыйыр ите), һуғанды ваҡ итеп турарға. Сама менән тоҙ, борос һалырға. Ит ҡорораҡ булһа, эре малдың эс майын, ҡаҙ майын, һис юғында көнбағыш майын ҡушырға.
Тәғәйен ваҡыттан ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә киҫеп, һәр береһен ҡалыныраҡ итеп йәйергә.
Эслеген һалып, өсмөйөш формаһында төрөргә. Формаға тоташтырған урынын аҫҡа ҡаратып теҙергә. Өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән һылап, кунжут емештәре һибергә.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 35-50 минут бешерергә.
Читайте нас