Ә 2021 йылдан урынлашҡандарҙың эшмәкәрлек осоро тураһындағы мәғлүмәттәре электрон хеҙмәт кенәгәһендә теркәлә, йәғни ҡағыҙ кенәгә булмай. Бүтәндәр 2020 йылдың 31 декабренә тиклем эш биреүсегә теге йәки был хеҙмәт кенәгәһен һайлау тураһында яҙма ғариза тапшырырға тейеш ине.
Электрон хеҙмәт кенәгәһен һайлаған кешеләр ҡағыҙ вариантты ҡулына ала. Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ кенәгә көсөн юғалтмай, электрон вариант менән бер рәттән тиң файҙаланыла. Ҡағыҙ кенәгәне мотлаҡ һаҡларға кәрәк, сөнки унда 2020 йылға тиклемге хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр һаҡлана. Ә электрон версияға мәғлүмәт 2020 йылдан башлап индерелә. Ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе һаҡлап ҡалынған осраҡта, эш биреүсе электрон кенәгә менән бер рәттән, унда ла мәғлүмәттәрҙе теркәүҙе дауам итә.
2020 йылда ғариза тапшырмаған хеҙмәткәрҙәр өсөн дә хеҙмәт кенәгәһе ҡағыҙҙа ҡала. Хеҙмәткәрҙең ғаризаһы тураһындағы мәғлүмәт Рәсәй Пенсия фондында һаҡлау өсөн эш биреүсе тарафынан тапшырылған хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттәр иҫәбенә индерелә. Хеҙмәткәр икенсе ергә эшкә урынлашҡанда ла уның хеҙмәт эшмәкәрлеге ҡағыҙ кенәгәлә теркәлеүен дауам итә.
Әйткәндәй, 2020 йылдың 31 декабренә тиклем эш биреүсегә ғариза тапшырыу мөмкинлеге булмаған хеҙмәткәрҙәр быны әле лә эшләй ала. Бындай граждандар иҫәбенә түбәндәгеләр инә:
1) 2020 йылдың 31 декабренә хеҙмәт бурыстарын үтәмәгән һәм яҙма ғариза бирмәгән, әммә хеҙмәт ҡануниәтенә, хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған норматив хоҡуҡ акттарына, коллектив договорға, килешеүгә, локаль норматив акттарға, хеҙмәт килешеүенә ярашлы, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек, отпуск, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексы, башҡа федераль закондар, РФ-тың бүтән норматив хоҡуҡ акттары менән ҡаралған шарттарҙа эштән ситләтелгән осраҡта эш урыны һаҡланып ҡалған хеҙмәткәрҙәр;
2) хеҙмәт килешеүе буйынса эш стажына эйә булған, ләкин 2020 йылдың 31 декабренә хеҙмәт (эш) мөнәсәбәттәрендә булмаған һәм тәғәйен көнгә тиклем яҙма ғариза тапшырмаған хеҙмәткәрҙәр.