Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Март 2021, 04:19
Благовещенда махсус кейем тегәләр
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тиҙҙән Благовещенда яңы производство асыласағы тураһында хәбәр итте.
“Благовещенда өр-яңы тегеү производствоһын асырға әҙерләнәләр. “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә яңы резидент – “ИГНИС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инде. Бында махсус кейем тегеү яйға һалынған. “Башнефть-розница”, Выборг суднолар эшләү заводы, Благовещен арматура заводы кеүек ҙур предприятиелар иретеп йәбештереүселәр костюмына, һаҡлағыс комбинезондарға, утҡа бирешмәй торған трикотаж кейемгә заказ биргән.
Әле кадрҙар һайлайҙар – бөтәһе 60 эш урыны булдырыла. Киләсәктә етештереү күләмен арттырып, республикалағы ғына түгел, илдең башҡа төбәктәрендәге предприятиеларҙы ла сифатлы махсус кейем менән тәьмин итергә ниәтләйҙәр.
Инвестор етештереүгә 23 миллион һум аҡса йүнәлтә. Беҙҙең яҡтан теген ҡорамалдары һатып алыуға субсидия, һалым ташламалары бирелә, льготалы финанслау ҡарала. Потенциаль инвесторҙар йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе сайтында (http://blagsity.ru) льготалы шарттар менән ентеклерәк таныша ала.
Республикала, Благовещендан тыш, тағы ла дүрт йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен ойошторҙоҡ: Бәләбәйҙә, Учалыла, Нефтекамала һәм Белоретта. Мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ һәм киләсәктә улар үҙҙәрен күрһәтер тип ышанабыҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Blagoveshchenda-mahsus-keyem-teg-l-r-719446/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"