Проектта республиканың ун ҡала һәм районынан 15 – 40 йәшлек ун мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙың араһында өлкән класс һәм урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары, балалар йортонда һәм социаль приютта тәрбиәләнеүселәр, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр районда һаулыҡ һаҡлау, белем биреү һәм социаль өлкә учреждениелары вәкилдәренән торған эшсе төркөм ойоштороласаҡ.
Яңыраҡ Салауат ҡалаһында “Бала тап” проекты эш башланы. Тәүге этапта ҡала дауаханаһы һәм “Ғаилә” хеҙмәте белгестәренән торған ирекмәндәр онлайн тәртибендә үткәрелгән уҡыуҙа ҡатнашты. Икенсе этапта Өфө белгестәре күсмә сара ойошторҙо. Эш ике майҙанда дауам итте. Мәғариф бүлегенең уҡыу-методик үҙәгендә дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Фәнилә Әхмәҙиева лекция уҡыны. Ҡала дауаханаһының конференция залында проект етәксеһе Диана Фәррәхова эштең маҡсаты менән таныштырҙы, гинеколог Светлана Хәмәтйәнова аборттарҙың сәләмәтлеккә зыяны хаҡында һөйләне.
”Бала тап!” проекты атайлыҡ һәм әсәлек мәсьәләләре буйынса вебинарҙар, лекциялар, тренингтар, тар белгестәр менән осашыуҙар үткәргән тәьҫирле мәғлүмәт порталы булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙең ғаиләне планлаштырыу, балалар үҫтереү мәсьәләһенә етдиерәк ҡарауына, аборттар һанын кәметеүгә килтерәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.