Һалҡын һыуға желатин һалып болғатырға, 1 сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә ул бүртеп сыға (һыуытҡысҡа ҡуйып торорға ла була).
Тәғәйен ваҡыт үткәс, желатинды талғын утта йәки микроволновкала йылытырға, ләкин ҡайнатмаҫҡа.
Кем агар-агар менән эшләй (сөнки желатиндың хәләл булмауы бар), сироп ҡайнатырға. Бының өсөн һыу менән агар-агарҙы бергә ҡушып, ныҡ ҡына ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк (110 градусҡа тиклем). Ул ҡалаҡтан өҙөлмәйсә һуҙылып аҡһа, тимәк, сироп әҙер.
Желатинды (агар-агарҙы) йәһәт кенә шәкәр ҡушылған ҡаймаҡка ҡойоп болғатырға (миксер менән туғырға ла була).
Десерт һауыттарына ҡойоп сығырға. Теләгәндә араһына емеш-еләк (туңдырылған булһа, һыуын һарҡытырға), банан, мандарин өҫтәргә мөмкин.
2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатырға.
Десерттың өҫтөн теләгәнсә биҙәргә.