Новости
16 Март 2021, 06:13

Һынамыштар

* Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер. * Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сыҡ. * Ҡара ҡарға уйнаһа, һауа боҙолор. * Ҡарға мең ҡарҡылдаһа ла яҙ булмаҫ, ҡаҙ бер ҡаңҡыл­даһа ла яҙ булыр. * Ҡарға елгә ҡаршы ултырып ҡысҡырһа, ямғыр булыр.

* Ҡарға елгә ҡаршы ултырып ҡысҡырһа, ямғыр булыр.
* Ҡарға килгәс тә юлға төшһә, иген уңыр.
* Ҡарға килһә, ҡар китер.
* Ҡарға ҡар теләһә, ямғыр яуыр.
* Ҡарға ҡарҙа ҡойонһа, көн боҙола.
* Ҡарға мороноң ҡанат аҫтына йәшерә икән — һыуыҡ көт.
* Ҡарға тоташ йөрөһә, ашлыҡ уңыр.
* Ҡарға яуым теләй, тартай аяҙ теләй.
* Ҡарға йылы яҡтан килгәс ағас башына ҡунһа, йыл туҡлыҡлы була.
* Ҡарға түбән осһа, ямғыр булыр.
Читайте нас