Новости
16 Марта 2021, 06:03

Санкт-Петербургта башҡортса кис ултырыу үткән

Рус телендә ҡыҙҙарҙың йыйылып алыуын “девичник” тиҙәр. Был сара беҙҙеңсә кис ултырыу булалыр, сөнки йола буйынса ҡыҙҙар йыйылышы тап ошо исем аҫтында тарихта ҡалған.

Санкт-Петербург ҡалаһында уҡыған, йәшәгән милләттәштәребеҙ ошо көндәрҙә кис ултырыу, үҙҙәренсә әйткәндә, этнодевичник ойошторған. Сара сиктәрендә лекциялар, воркшоптар, кино күрһәтеү, аудио- һәм визуаль перформанс үткән.
“Психология, үҙ-үҙеңде күрһәтеү, фото һәм башҡа темаларҙы күтәрҙек”, – ти сараны ойошторған Нәзифә Иҫәнбаева.
“EthnoLadies” лекторийына йыйылған гүзәл заттар практик психолог Айгизә Зиннурованы, фотограф Полина Яблонскаяны, дизайнер, продюсер Алена Халепоны тыңлап, тәжрибә туплаған, улар менән үҙеңде ҡабул итеү, мәҙәниәт хаҡында һөйләшкән.
Сараны воркшоп өлөшөн оҫталыҡ дәрестәре биҙәгән. Беренсеһендә тәжрибәле остаздарҙың ҡул аҫтында ҡунаҡтар башҡорт милли биҙәктәре һәм тамбур сигеүҙе ҡулланып брошь эшләһә, икенсеһендә ҡыҙҙар визажист ярҙамында биҙәнергә өйрәнгән.
Байрамда гүзәл заттар өсөн көтөлмәгән бүләк тә эшләгәндәр: Санкт-Петербургта үткән “Һылыуҡай” бәйгеһе финалсылары дефиле күрһәткән. Сара һуңында тере музыка, оратор тарафынан уҡылған монолог – был биҙәктәр барыһына ла тылсымлы тәьҫир иткән.
“Битарафтар юҡ ине. Ҡунаҡтар яңы һөнәрҙәргә өйрәнде, илһамланды, милли биҙәүестәр күргәҙмәһен ҡарап ҡыуанды”, – ти Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараны уйлап сығарған авторҙарҙан, унда булған спикерҙарҙан алып кис ултырыуҙың ҡатнашыусыларына тиклем бар ҡыҙҙар ҙа төрлө өлкәләрҙә эшләй, төрлө һөнәр эйәләре, милләттәре лә төрлө. Уларҙың барыһын да был үҙенсәлекле сара берләштергән, ә кис ултырыуҙы ойошторорға урындағы ҡоролтайҙан тыш “Калининский” үҫмерҙәр һәм йәштәр үҙәге, сығышы менән Башҡортостандан булған эшҡыуар Камил Хәйруллин ярҙам иткән.
Фото: Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы
Автор: Айгөл Йәмилева
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Sankt-Peterburgta-bash-ortsa-kis-ultiriu-tk-n-716845/
Читайте нас