Новости
16 Март 2021, 08:02

МЕЙЕСТӘ БЕШКӘН ШАШЛЫК РЕЦЕБЫ

Кәрәк буласаҡ:тауыҡ ите - 1-1,5 кг1-2 баш һуғантоҙ, борос, специялар (мәҫәлән, паприка, кориандр, прованс үләндәре). Барыһы ла үҙегеҙҙең теләк буйынса.һарымһаҡкөнбағыш майысоя соусыгәрсис (горчица)


Итте өлөштәргә киҫергә. Үрҙә әйтелгән специяларҙы өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Кәмендә ярты сәғәткә ҡалдырып торорға.
Шашлык өсөн ағас шпажкаларҙы (6-8 шт) 15-20 минутҡа һалҡын һыуға һалып торорға.
Маринадланған тауыҡ итен шпажкаларға ара ҡалдырып теҙеп сыҡкас, рәшәткә өҫтөнә һалып, 180 градусҡаса ҡыҙған мейескә 25-30 минутҡа оҙатырға (өҫтө-аҫты конвекция режимы менән булһа, тағы ла яҡшы.
Иң мөһиме, рәшәткә аҫтына таба йә лист ҡуйырға онотмағыҙ.
Тәғәйен ваҡыт үткәс (тик оҙаҡ тотмағыҙ), шашлык әҙер!
Читайте нас