Новости
16 Март 2021, 04:58

Ете йыл элек ҡайтанан тергеҙелгәйне

11 мартта “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 24 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан уны ҡайтанан тергеҙеүгә ете йыл тулды. Тотош илдә ошо иҫтәлекле даталарға айҡанлы саралар бара.

Һуңғы ете йылда илдә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексына 14,5 миллион кеше ҡушылды. Уларҙың 4,4 миллионы һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм отличие билдәһе алды.
Һуңғы ике йылда “Демография” милли проекты сиктәрендә Рәсәй парктарында һәм скверҙарында 1128 майҙансыҡ төҙөлдө. Унда пресс эшләү, һикереү өсөн ҡоролмалар, тренажерҙар бар. Бынан тыш, тотош илдә 2,6 мең ГТО тесы үҙәге эшләй. Был хаҡта Рәсәй спорт министры Олег Матыцин белдерҙе.
“ГТО комплексын артабан да үҫтерергә, ярышыу элементтарын камиллаштырырға теләйбеҙ. 2024 йылға ошондай 650 майҙансыҡ төҙөргә уйлайбыҙ. Ошо саралар һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә йәшәгән 60 миллион кешене йәлеп итергә теләйбеҙ”, – тине ил вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.
“Унлаған мең белгес һәм инструктор парктарҙа һәм скверҙарҙа бушлай күнекмәләр үткәрә, ГТО тесы үҙәктәрендә эшләй. 11 марттан 24 мартҡа тиклем, ГТО көндәрендә, теләктәре булғандар нормативтарҙы үтәүҙә үҙен һынап ҡына ҡалмай, белгестәрҙең ауырлыҡтар тыуҙырған күнекмәләр буйынса күрһәтмәһен дә алыу мөмкинлегенә эйә”, - тип хәбәр итте Рәсәй спорт министры Олег Матыцин.
Республикабыҙҙа ла “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы сараларын тормошҡа ашырыу уңышлы бара.
Башҡортостандағы ҡала-райондарҙа тест үткәреү өсөн 70-кә яҡын үҙәк булдырылған. Республикала даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә командалары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәр ойошторола.
Республиканың йыйылма командалары халыҡтың бөтә категориялары араһында үткәрелгән ГТО буйынса Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнаша.
Әйткәндәй, Башҡорт­останда “Демография” милли проекты сиктәрендә “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты старт алғай­ны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яуап бирә.

Был проект йәштәргә лә, ололарға ла физик культура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. 2024 йылға тиклем Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә спорт объекттары күберәк ҡалҡып сығыр, Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплекстары барлыҡҡа килер, ә спорт хеҙмәткәрҙәре яңы белемгә эйә булыр, квалификацияһын камиллаштырыр тип көтөлә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда әле ГТО-ға тест үтеү өсөн 69 үҙәк эшләй. Барыһы 405 меңдән ашыу кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” автоматлаштырылған системаһында теркәлгән. “Йыл һайын республикала ГТО күрһәткестәре яҡшыра ”, – тип белдергәйне республи­каның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.

“Спорт – йәшәү рәүеше” – респуб­ли­калағы барлыҡ ҡалалар һәм райондар өсөн мөһим проект. Был проект аҡсаһына хоккей, футбол һәм башҡа спорт уйындары өсөн төрлө ҡорамалдар һәм ҡоролмалар алынасаҡ һәм башҡа эштәр атҡарыласаҡ.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Ete-yil-elek-aytanan-terge-elg-yne-716688/
Читайте нас