Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
16 Март 2021, 07:56
"Һаумыһығыҙ, һөт кәрәкмәйме?"
Мәләүез ҡалаһында йәшәгән кеше социаль селтәрҙәрҙә поъезд буйлап һыйыр йөрөй тип белдергән, фотоһүрәтен дә беркеткән. Баҡтиһәң, был күренеш беренсе тапҡыр түгел икән. Һыйыр Ленин урамында урынлашҡан йорттарҙың подъездарына инеп йөрөй.
“Һыйыр хужалары, малығыҙҙы беҙҙең подъездан алығыҙ, үҙегеҙ менән пакет һәм көрәк онотмағыҙ”, – тим мөрәжәғәт итә был хәлгә шаһит кеше. Малҡай үтергә ирек бирмәй, фатир ишеген асһалар, эскә йомола икән. Уны ҡыуыуҙың да файҙаһы юҡ.
Был мәғлүмәтенән бигерәк уның аҫтындағы комментарийҙары ҡыҙыҡ. “Берегеҙ көн дә һауығыҙ уны, хужабикәһенең иҫенә төшөр", ”Тәмәке тартырға ингән”, “Кемдеңдер ире хайуанға әйләгәнсе эскән”, “Был өрәк, һуғыш йылдарынан алып йөрөй”, “Фатир һатып алғандыр, магазинға сығып бара”, “Һыйырығыҙға көтөүсе кәрәкмәйме?”, “Һыйыр – изге хайуан, үҙегеҙҙе Һиндостандағы һымаҡ хис итегеҙ”, “Һөт тәҡдим итәме?”, “Һыйыр үткән ғүмерендә был подъезда йәшәгән” – шулай тип шаярта был яңылыҡҡа кешеләр.
Автор: Айгөл Йәмилева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aumi-i-i---t-k-r-km-yme-718606/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"