Әй, Аллаһым, әгәр был эш (кеше теләген еткерергә тейеш) динем, тормошом өсөн яҡшы тамамланһа, миңә уны юлла. Уны тормошҡа ашырыу юлдарын еңеләйт, фатиха бир. Әгәр инде был эш динем, тормошом өсөн зарар килтерһә, уны башҡарыуҙан ситләштер. Ҡайҙа ғына булһам да, игелекле эштәргә дусар ит. Һәр эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо алырға насип ит".
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйткән: "Әгәр кем дә кем ниҙер эшләргә теләһә, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыһын һәм үрҙәге доғаны ҡылһын".