Сәбәбе нимәлә һуң? Быны 21-се быуат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡыуышлығы – иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактериялар ризыҡтағы юғары температураға тәл булып (ҡушылып) патогенға әйләнә, йәғни күп ауырыуҙарға сәбәпсе була икән. Ошо хаҡта бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өләсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҙистәге аҡылды белгән, беҙҙе шуға ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип үҫтергән.
Ә бөгөнгө фәнни-техник погресс осоронда һәр беребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла тағы. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп.
Ашай белергә лә аҡыл, ғилем кәрәк икән...