Новости
15 Март 2021, 09:38

Майы – май, сыры сыр түгел...

“Россельхознадзор” белгестәре 105 килограмдан ашыу сырҙы һәм 100 килограмм майҙы ашарға яраҡһыҙ тип тапҡан. Был “һөт аҙыҡтарын” пациенттар өсөн Туймазы район үҙәк дауаханаһына килтергәндәр.

Омск өлкәһенән килтерелгән “Голланд сыры” “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге лабораторияһында тикшерелгән. Анализ һөҙөмтәләре унда үҫемлек майҙарына хас булған пальмитин, олеин, линол майлы кислоталары булыуын күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта һөт майҙарына хас май, каприн, каприл кислоталары булмауы асыҡланған. ”Бөтә был аҙыҡ-түлек ГОСТ талаптарына яуап бирмәй һәм уны һөт продукцияһы тип атап булмай,” - тип аңлаттылар Башҡортостан референт үҙәгендә.
Аҡ майҙы тикшереү барышында ла етешһеҙлектәр асыҡланған. Ул Пермь крайындағы “ Юговской һөт аҙыҡтары комбинаты” йәмғиәтендә етештерелгән тип күрһәтелһә лә, ғәмәлдә был етештереүсегә бер ниндәй мөнәсәбәте булмауы асыҡланған. Белгестәр аҙыҡтың аҡ май булмауын иҫбатлаған.
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Mayi--may-siri-sir-t-gel-716248/
Читайте нас