Новости
15 Март 2021, 10:31

Ағастар дауалай

Дауалау өсөн ағастарҙы нисек һайларға?Имән. Имәнлектә йөрөү ҡан баҫымын көйләй, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.Ҡайын. Энергия һәм көс сығанағы, һалҡын тейеүҙән, вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһынан ярҙам итә. Имән менән ҡайын иммун системаһын әүҙемләштерә, тип иҫәпләнә.

Ҡарағай. Тынысландыра, психик көсөргәнеште бөтөрә. Ҡарағай урманына даими сәйәхәт ҡылыу йүтәл менән тымау­ҙы дауаларға булышлыҡ итә.
Бук. Уны “карпат имәне” тип тә йөрөтәләр. Стрестарға тотороҡлоҡто көсәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.
Каштан. Ревматизмды дауаларға ярҙам итә, йоҡоһоҙлоҡтан, нервы көсөргәнешенән арындыра.
Ҡарағас. Ялҡынһыныулы ауырыуҙарҙан файҙалы.
Уҫаҡ. Баш ауыртыуын баҫа.
Әммә урманда йөрөү өсөн дә әҙер булыр­ға, ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, ылыҫлы урман йылдың төрлө миҙгелендә төрлөсә йоғонто яһай. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары менән сирләүселәр өсөн йылдың һыуыҡ миҙгелендә ыңғай тәьҫир итһә, йәйге эҫе көндәрҙә – һауала сайырлы матдәләрҙең күпләп тупланған мәлендә йөрәк тәңгәлендә ауыртыу, тын ҡыҫылыу, баш әйләнеү, ҡолаҡ шаулау, ҡан баҫымы күтәрелеү кеүек проблемалар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йылдың был миҙгелендә уларға имәнлектә йөрөү файҙалы. Бөйөрө сирлеләргә лә табиптар ҡарағай урманында күп йөрөргә ҡушмай.
Миҙгел алмашынған мәлдә ҡарағай урманында дымлылыҡ көслө. Ә дымлы һәм һалҡын һауа тын юлдары ауырыған кешеләр өсөн насар.
Энәлек, тирәк, ҡарағай һәм айырыуса уҫаҡ күптәргә күңел тыныслығы бирә. Шунлыҡтан стрестан арыныу, ял итеү, ниндәйҙер ауыртыуҙы баҫыу өсөн тап ошондай ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫкән урын файҙалы.
Читайте нас