Был предприятие 2015 йылдың 2 ноябрендә асылған. Уның төп маҡсаты - ҡош-ҡорт үрсетеү. Юғары сифатлы продукция етештереү төп йүнәлеш булып тора. Әле ҡошсолоҡ фермаһы 80 тоннаға яҡын ит етештерә. 60 мең баш йәш тауыҡ үҫтерә, шулай уҡ йылына 30 мең себеш сығара. Уларҙың продукцияһы күп төрлө: бройлер себештәре ите, ит ярымфабрикаттары (түш ите, бот, янбаш, ҡанаттар), субпродукттар (бүтәгә (бөрләтәү), йөрәк, бауыр). Бөтә эш процесы автоматлаштырылған булыуға ҡарамаҫтан, предприятие директоры, биология фәндәре кандидаты Булат Рафиҡов эштә иң мөһиме - хеҙмәткәрҙәр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы һәм техник эш процесын ойошторорға кәрәклеген яҡшы белә. Урындағы халыҡ өсөн эш урындары тураһында әйтеп тә тормайбыҙ. Бөгөнгө көндә коллектив 9 кешенән тора: 4 оператор, өлкән оператор, кочегар, эштәр менән идара итеүсе һәм директор, бухгалтер.
Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтары һәм тырыш хеҙмәттәре арҡаһында улар ҙур һөҙөмтәләргә ирешкән. Әммә, тәүҙә бөтәһе лә ыңғай ғына булмай. Тәүҙә бинаны ремонтлайҙар, ҡыйығын ябырға, яҡшы эш шарттары тыуҙырырға тура килә. Ҡош-ҡортто технология буйынса үҫтереү өсөн билдәле бер температура талап ителә, шуға күрә 1200 квадрат метр майҙанда билдәле бер температура тотоуы еңел түгел, кочегар Рәмил Ғәлимов алдында тап ошондай бурыс тора. Иң мөһиме, утын ғына булһын:
- Утынға беҙҙең сығымдар йылына 330 мең һум тәшкил итә, - ти Илвир Вәсил улы.
Яҙын предприятиела ысын мәғәнәһендә «ҡыҙыу» мәл башлана. Йомортҡаларҙы тик Әлшәй районындағы «Башҡорт Бройлерҙары» предприятиеһынан ғына барып алалар. Артабан, йомортҡаларҙы инкубаторҙарға һалалар. Унда дүрт шкаф. Береһенә 13320 йомортҡа һыя. Автомат үҙе уларҙы 21 көн дауамында әйләндерә.
Билдәләп үтергә кәрәк, цехта таҙа һәм тәртип, санитар нормалар ҡәтғи үтәлә:
- Бына бында себештәр сыға, - тип йылмайҙы Полина Ивановна, йомортҡаларҙан себеш сыға торған шкафты беҙгә күрһәтеп.
Беренсе һалған йомортҡаларҙан 10000 бройлер себештәре сыға, ҡалғаны буш йомортҡалар исемлегенә инә.
Үҫтереү цехында бройлер себештәрен иғтибар менән тәрбиәләп ҡарайҙар. Унда улар йомортҡанан сыҡҡас ебәрелә. Аҫтарына көнбағыш ҡабығы һалалар, ә аҙыҡ-түлек Глазовск заводынан һатып алына. Операторҙар Зөлфиә Мусина, Ирина Ғәлиева, Нурия Ниғмәтуллина, Светлана Мөстәҡимова тәүлек әйләнәһенә температура режимын һәм елләтеү процесын күҙәтә. Был цехтарға сит кешеләргә инергә ярамай. Был аңлашыла, сөнки төрлө инфекция себештәргә ҙур хәүеф менән янай.
Март-апрелдә ҡошсолоҡ фермаһы халыҡҡа бройлер себештәре һата башлай. Себештәрҙе үҫтерергә шарттары булмағандар үҫтерелгәндәрҙе һатып ала ала.
Ҡош-ҡорт һуйыу цехы уларҙың ҙур ғорурлығы булып тора. Йыл әйләнәһенә эш туҡтамайынса барһын тиһәң был цехһыҙ бер нисек тә мөмкин түгел. Был объектты уйлап табыусыларға рәхмәт әйтергә кәрәк:
- Күрегеҙ, был ҡош-ҡорттарҙы эшкәртеү ҡоролмаһы, - тип таныштырҙы Илвир Вәсил улы. Ысынлап та, предприятие эсендәге ҡорамалдар, бысаҡтар, эш кейемдәре, итектәр һ.б. ғәжәпләндерә. Шунда уҡ туңдырыу камераһы урынлашҡан.
Бер - нисә йыл эш дәүерендә предприятиеның даими һатып алыусылары барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан «ЭКО ПЫШКА». Әммә улар баш ҡала менән генә сикләнмәй, етмәһә, күптән түгел улар «Хәләл» продукция етештереүгә сертификат алған.
Ҡошсолоҡ фермаһының күләме һәм ҡеүәте яңы эш башлаған фермерҙарҙы йәки эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындыра ала. Был киләсәктә табыш алыу формаһы булып тора. Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәр әле күберәк үҙҙәренең эш тәжрибәһенә генә таяна. Уларҙың етештереүе бер урында ғына тормай, үҫешә. Эш менән идара итеүсе Булат Вәсил улы эшкә юғары уҡыу йорттары студенттарын йәлеп итә, йәштәрҙә - беҙҙең киләсәк, ти ул. Уларҙың социаль сәйәсәте йәштәрҙе ауыл хужалығына ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Күптән түгел, уларҙың үҙҙәренең генә логотибы барлыҡҡа килгән, улар быға сикһеҙ шат. Унда етештереүҙең өс этабы - йомортҡанан һуңғы һөҙөмтәгә тиклем эш процесы һүрәтләнгән. «С һәм П» хәрефтәре «Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы» исемен кәүҙәләндерә, ә йөрәк һәм себеш башы уларҙың эштәрен ихлас һөйөүен аңлата.