Новости
12 Март 2021, 05:21

Тырышлыҡ менән яуланған ихтирам

Ҡасандыр механизатор булып эшләгән атаһы үҙе менән йыш ҡына улын эшкә алып бармаһа, Илдус Байгилдин (һүрәттә) ниндәй һөнәр һайлар ине икән, әйтеүе ҡыйын. Ул ваҡытта, бала сағында, ул техниканы шул тиклем үҙ итә, бөтә ғүмере тимер-томор, машина майы һәм туҙаны араһында үтә һәм ул быға үкенмәй. Әле Илдус Нурфәйез улы Матросов исемендәге хужалыҡтың иң тәжрибәле һәм хөрмәтле механизаторҙарының береһе, гараж мөдире булып эшләй.

Тракторға идара итеү документын ул сығарылыш класында урта белем тураһындағы аттестаттан күпкә алдараҡ ала. Мәктәпте тамалағандан һуң үҙҙәренең колхозына эшкә урынлаша. Яңы ғына мәктәп тамамлаусы йәш егеткә Т-70 тракторын бирәләр. Ул үҙендә ҙур яуаплылыҡ тоя, ышанысты аҡларға тырыша. Ярҙам йәки кәңәш кәрәккән саҡта янында һәр ваҡыт атаһы була. Шәкәр сөгөлдөрөнә рәт - ара эшкәртеүҙе нисек дөрөҫ үткәреүҙе лә ул күрһәтеп бирә. Армия сафына китергә ваҡыт етә. Ул Германияла хеҙмәт итә, ә һуңынан ҡайтҡас колхозда эшләүен дауам итә. «Беларус» тракторын бирәләр, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз кеүек техник культураларҙы үҫтереү уға йөкмәтелә. Бер-ике йылдан яңы техника бирәләр, тағы ла ҙур теләк менән эшләй башлай, сөнки яңы тракторҙа насар эшләү – оят. Ул баҫыу эштәре нормаһын һәр ваҡыт үтәй һәм арттырып үтәй. Йылдар үтеп, техника бер аҙ иҫкерә төшкәс тә һәр миҙгел башланыуға үҙенең «тимер ат»ын әҙерлек һыҙығына һәр ваҡыт беренселәрҙән ҡуя. Ул капиталь ремонтһыҙ күп йылдар хеҙмәт итә, техникаға һаҡсыл мөнәсәбәт бына шунда сағыла ла инде.
18 йыл игенселек менән шөғөлләнә. Һәр баҫыуҙы, һөрөнтө майҙандарҙың һәр мөйөшөн яҡшы белә. Һуңғы 15 йылда И.Байгилдин гараж мөдире вазифаһын башҡара, хәҙер инде ул ауыл хужалығы техникаһын тейешле хәлдә тотоу өсөн яуаплы, кәрәк булғанда запас частар ҡайтарта, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек алып бара. Баҫыуҙарын бер аҙ һағына ла. Сәселгән баҫыуҙары өсөн ғорурланыу һәм һөйөнөү тойғоһо, иртәнге ҡояш нурҙары, емелдәгән ысыҡ бөртөктәре етешмәй һымаҡ. Әммә гараж мөдире вазифаһын да ул бик яҡшы башҡара. Ошо көндәрҙә механизаторҙар Илдус Нурфәйез улы етәкселегендә алда торған яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә.
Уның шәхси тормошо ла уңышлы. Тормош иптәше Венера менән ике бала үҫтергәндәр, әле ейәндәрен ҡарашалар.
Һис шикһеҙ, уның еңел булмаған намыҫлы хеҙмәте рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, элекке һәм әлеге йәштәр өсөн үрнәк булып тора.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.
Читайте нас