Үҙгәрештәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ.
Ҡытайҙарҙың был йәһәттән фәһемле әйтеме лә бар:”Бер кемгә лә үҙгәрештәр заманында йәшәргә яҙмаһын”. Донъя үҙгәрешһеҙ йәшәй алмай, ул һәр саҡ тотороҡло, ышаныслы буласаҡ, тип уйлап йыш яңғылышабыҙ. Тәбиғәткә кенә күҙ һалығыҙ, ай һайын, көн һайын ул нисек үҙгәрә, яңыра, көн менән төн алышына, ҡыш, яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәре бер-береһен алмаштыра...
Үткән быуаттарҙа кеше ашыҡмай, аҡрын ғына донъя көтһә, хәҙер тормош тиҙлеге бик юғары. Үҙгәрергә тырышмаған кешегә йәшәүе ауырлаша, йыш кәйефе төшөүе, рухы һыныуы ихтимал. Хәҙерге заман кешеһенә хас ҡиммәтле сифат - тормоштағы үҙгәрештәрҙе тойоу һәм был яңылыҡтарға яраҡлашыу һәләте. Һығылмалы булырға өйрәнегеҙ, иң мөһиме, үҙгәрештәрҙең һәйбәткә булыуына ышанығыҙ!
Тәнҡит – һеҙҙең дуҫ түгел.
Әгәр ҙә һеҙ үҙгәрештәргә әҙер түгелһегеҙ, күңелегеҙ менән бер яңылыҡты ла ҡабул итә алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ бөтә нимәне инҡар итергә, уға ҡағылышы булған һәм булмаған бөтә кешене тәнҡитләргә керешәсәкһегеҙ. Ғөмүмән, бындай тәнҡит бик хәүефле. Бары конструктив тәнҡит кенә файҙалы. Әгәр беҙ кемделер әрләһәк, тәнҡитләһәк, үҙебеҙ ҙә ҡуҙғыу, асыу, үпкә тойғоларын кисерәсәкбеҙ. Был – сәләмәтлек өсөн зыянлы.
Үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙҙы иҫбатларға тырышмағыҙ.
Кем гел генә үҙенең хаҡлығын хәлдән тайып иҫбатларға тырыша, ул үҙенә ышанмай тигән һүҙ. Барыһы ла бала саҡтан килә, ата-әсәһенең етди ҡарашын, ышанысын тоймай үҫкән сабый йыш ҡына өлкәнәйгәс тә үҙенә иғтибар йәлеп иттереү, башҡалар алдында мөһимлеген иҫбатлау өсөн тырыша. Был – файҙаһыҙ хеҙмәт, энергияны һура, сәләмәтлекте ҡаҡшата. Һәр кемдең үҙ фекере булыуын аңларға һәм ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк.
Кемгәлер оҡшарға тырышыуҙан ҡотолоғоҙ.
Был ихтыяж да бала саҡ иленән. Кескәй сағында ата-әсәһенең һөйөүен татымаған, иғтибарын тоймаған кешегә өлкән йәштә лә үҙенең ниндәй яҡшы булыуын күрһәтергә тырышырға тура килә. Ул үҙен маҡтауҙы, дәртләндереүҙе өмөт итә. Кеше һәр саҡ барыһына ла ярарға, оҡшарға тырышһа, үҙенә зыян ғына килтерә. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ. Кемгәлер оҡшамайһығыҙ икән, был һеҙҙең өсөн мөһим түгел.
Ни тиклем йыш зарланаһығыҙ, тормошоғоҙҙа зар-интизар шул тиклем күберәк буласаҡ һәм киреһенсә. Ни тиклем һеҙ тирә-яғығыҙға рәхмәтлерәк һәм рәхимлерәк, шунса яҡшылыҡ һеҙгә тартыласаҡ, ти аҡыл эйәләре. Уңышһыҙлыҡтарҙа гел генә үҙегеҙҙе ғәйепләргә тырышмағыҙ, был тойғо сәләмәтлекте лә, мөнәсәбәттәрҙе лә емерә.Барыһынан да элек ул үҙегеҙгә ҡарата ышанысты ҡаҡшата. Ғәйебеңде тойоу ниндәйҙер хаталы аҙым яһағанда ғына файҙалы, тик был тойғонан ваҡытында арынырға кәрәк.
Үткәндәр менән йәшәүҙән арынығыҙ.
Гел генә үткәнде уйлап, һағышҡа бирелеп йәшәгән кешенең бөгөнгөһө юҡ. Үткән тормош артта ҡалды бит инде, уны ебәрергә кәрәк. Бөгөн һәм хәҙер тыныс күңел менән йәшәй башлағыҙ. Тәҙрәгә күҙ һалығыҙ, тормош дауам итә, тәбиғәт көн дә үҙгәрә, бала-саға урамда йүгерешә... Донъя ниндәй матур!