Новости
12 Марта 2021, 04:17

Рәнйеү

Рәнйеү беҙҙең бер-беребеҙ менән аралашҡанда килеп сыҡҡан, әллә ни иғтибар ителмәгән йыш булып торған рух-күңел күренеше. Рәнйеш, рәнйетелгән, кәмһетелгән (мәзлүм), мыҫҡыл ителгән, үпкә, үпкәләү, хәтер ҡалыу (ҡалдырыу), күңел ҡырылыу, йән әсеүе, күңел һыҙлауына төшөү, кеше арҡаһында аяныс хәлгә төшөү тигән мәғәнәләрҙә булған был һүҙҙәр кешенең ауыр күңел хәлен күрһәтә. Иҫебеҙ китеп бармаған был хәлде динебеҙ нисек аңлата?

Рәнйеш ул — берәүҙең икенсе кешегә ҡарата хаҡһыҙға, заяға, бер сәбәпһеҙ кәмһетеүе, ҡыйыртыуы, йәберләүенә ҡарата йән-күңелдә ҡуҙғалған асыу, ғазап, әрнеү, һыҙланыу. Рәнйеш төшөү — кемде лә булһа рәнйеткән, кәмһеткән, түбәнһеткән кешенең берәр төрлө бәлә‑ҡаза күреүе, ауырлыҡ-бәхетһеҙлеккә дусар булыуы, йән һәм тән ғазабы, йөрәк-күңел язаһына төшөү тигән һүҙ. Беҙ үҙебеҙ аңғармаҫтан эш-ғәмәлебеҙ менән, йәки тел-күңелебеҙ менән кемделер ошо рәнйеү хәленә төшөрәбеҙ. Әлбиттә рәнйегән кеше үҙенең хәлен әллә ни һиҙереп бармай, күңелендә йәшерә. Әммә йөрәгендә асыу ҡала. Халҡыбыҙ: «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», — тигәндәр бит. Ошо, бәлки шаярыу менән әйткән һүҙебеҙгә лә яуапты Аллаһ алдында бирәһе, үпкәләгән кешенән рәнйеш яуабы ҡайтарып алаһы ҡала. Олата-бабабыҙ: «Рәнйеш ҡарғыш кеүек төшә», тип әйтә килгәндәр. Ана шул беҙгә әйткәнгә яуап бирмәгәндәр, телдәре менән ҡарғамаһалар ҙа, йөрәк-күңелдәре менән бик ҡаты рәнйейҙәр. Кеше рәнйеше төшә тигәндәре хаҡ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
وَلَا تَحْسَبَنَّ اللَّهَ غَافِلًا عَمَّا يَعْمَلُ الظَّالِمُونَ إِنَّمَا يُؤَخِّرُهُمْ لِيَوْمٍ تَشْخَصُ فِيهِ الْأَبْصَارُ
«Үә ләә тәхсәбәннә-ллааһа ғаафилән ғәммәә йәғмәлүҙ-ҙаалимүүнә иннәмәә йү'әххыируһүм лийәүмиң тәшхасу фииһил-әбсаар».
«Аллаһыны залимдарҙың ҡылған эштәрен күрмәй тип уйламағыҙ». (Ибраһим сүрәһе, 42 аят.). Аллаһ күрә, ваҡыты еткәс күрһәтә Һәм язаһы ла буласаҡ.
Пәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләрен ҡайҙа ғына ебәрһә лә, уларға: «Кеше рәнйетә күрмәгеҙ», — тип өгөт ҡылды. Мөғәз ибн Джәбәлде Йәмәнгә оҙатҡанда, ул уға: «Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында кәртә юҡ», — тине (Бохари һәм Мөслим риүәйәттәре).
Тарих биттәрендә үҙ башына кеше рәнйешен алып, хәсрәткә сумған бәдбәхеттәр аҙ түгел. Ҡайһы ваҡыт, үҙебеҙҙә булған көс-ҡеүәт менән маһайып, тормошта терәге булмағанға көсһөҙ тип, төкөрөп ҡарайбыҙ. Берәр кешене иҫкә алһаҡ, йыш ҡына: «Уның артында кем тора?» — тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Рәнйетелгән кешенең артында Аллаһ һәм Уның ҡәһәре тора. Аллаһ уны Үҙе яҡлай, рәнйетеүсеһен Үҙе таба, тейешлеһен Үҙе бирә.
Кеше рәнйешен башҡа юл менән дә алып була. Мәҫәлән: халыҡ йөрөгән юлға арҡылы берәй нәмә һалып та, йәки шул юлға соҡор ҡаҙып та. Йәки кемдеңдер эсер һыуын бысратып, йәки малына ҡаза килтереп. Һорауһыҙ әйберен алып та, йәки эшенә ҡамаусалап та. Бындай миҫалдар күп. Бына берәүен Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ике төрлө ҡарғаусынан һаҡланығыҙ», — тине. Кешеләр: «Кемдәр һуң улар?» — тип һораны. Ул: «Береһе кешеләрҙең юлдарына, икенсеһе ял итә торған күләгә урындарына йомош үтәүсене ҡарғай», — тине. Матур тәбиғәт ҡосағында ял итәм, урман буйҙарынан йөрөп ҡайтам тиһәң, ҡарғыштың шундай сәбәптәре тулып ята шул. Күл-йылға, тәбиғәт ҡосағын сүплеккә әйләндергәндәр буш ҡалмаҫ.
Рәнйеш ҡайтарыуҙы кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа кешене ҡарғайҙар. Мал-тыуар-хайуандарҙы, буштан-бушҡа бәргеләп-һуҡҡылап, уларҙы рәнйетергә ярамай. Мәрхәмәтһеҙ булып эт-бесәйҙәрҙе тибеп осорорға күнеккәнбеҙ, ҡош-ҡортто ла бәргеләп, ҡарғап алабыҙ. Аҙаҡ йорт-ҡурала мал уңмай тип әйтәбеҙ. Әлбиттә уларҙың, кемделер ҡарғап, бәддоға ҡылһалар, ҡарғыштары һис шикһеҙ төшә. Ҡырағай ҡоштарға килгәндә лә, кемдер аҡҡош атып ҡарғыш ала, йә берәй хайуанға бәйле башҡа миҫалдар әҙме?
Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм хәҙисенән: «Берәр кеше кемгәлер рәнйеһә, ҡарғаһа – ул уны тереләй ҡәбергә күмде». Шуға ла кешегә рәнйергә ярамай. Әгәр кеше берәй кешегә рәнйенеме, ул рәнйеш уның ауыҙынан сыҡты – күктәргә менә, күктәр уны ҡабул итмәй, йән әсеүе ергә төшә, ер ҙә ҡабул итмәй уны, тигән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Хәҙер инде – кемгә рәнйегән, шул кешегә бара. Әгәр ул кешенең ғәйебе булмаһа – рәнйегәндең үҙенә ҡайтыуы мөмкин. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Кешегә ҡәбер ҡаҙыма, үҙең төшөргә мөмкинһең», – тигән.
Күңелегеҙгә бик ауыр ваҡыттарҙа ла: «Мин мосолман кешеһе, һис бер ваҡытта ла кешене рәнйетмәм», – тип йөрөр кәрәк. Рәнйегән осраҡта ла: «Йә Раббым, был бәндәнең ҡәлебтәрен ислам нурҙары менән нурландырып, дөрөҫ юлға күндерһәң ине», – тип теләргә кәрәк. Сөнки фәрештәләр һәр саҡ әйтеп торор: «Һиңә да шул артығы менән булһын». Әгәр инде: «Дөрөҫ юлға күндер», – тип теләһәк, фәрештәләр ҙә: «Һине Аллаһы Тәғәлә артығы менән нурландырһын», – тип теләр.
Һине рәнйеткән бәндәне ғәфү итеү, кисереүҙең дә үҙенә күрә шарты бар: насар ғәҙәттәрен танып, уларҙы төҙәтергә вәғәҙә биргән һәм һүҙендә торған кешеләрҙе генә ғәфү итеү дөрөҫ була, –тигән фекерҙә бар. Әлбиттә, бында беҙҙең күңел хөкөмөнән инде, Аллаһ алдында барыбыҙға ла хисап тотаһы бар бит, яуызды ла хөкөм итеү Аллаһ Тәғәлә эше. Беҙгә Аллаһ шул бәңдәңде ғәфү ҡыл, тура юлға күндер, тип әйтергә ҡала.
Кеше хаҡына ҡул һуҙмағыҙ, кешелеклеген кәметмәгеҙ, уларға бушҡа ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, сәбәпһеҙгә асыуын сығармағыҙ. Әгәр һеҙ быларҙың береһен генә эшләгән булһағыҙ ҙа, ул кеше, һеҙгә асыуы килеп, ҡарғап бәддоға ҡылғансы, тиҙерәк ғәфү үтенегеҙ. Кеше, теле менән ҡарғамаһа ла, күңеле менән рәнйеүе бар. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфиҡ нурын күңелдәребеҙгә иңдереп тән яғынан ғына түгел, рухи яҡтан да кеше булып йәшәргә насип итһен.
Читайте нас