Новости
12 Март 2021, 05:26

Матросовтар һынатмай!

Матросов исемендәге хужалыҡ Хәлекәй ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан. Тәүге колхоздар бында 1929 йылда ойошторолған, улар бер нисә була, һәр ауылда бер хужалыҡ була һәм 1952 йылда ғына улар Матросов исемендәге хужалыҡҡа берләшә. Ул һәр ваҡыт алдынғы позицияла була, дәүләткә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса планды үтәй һәм арттырып үтәй, ҡасандыр ул алдынғы миллионер-колхоз булып иҫәпләнә. Элекке традицияға ярашлы, хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәтте, ергә һаҡсыллыҡты юғалтмайынса, матросовтар бөгөн дә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, алдынғы урында бара. Милек формаһы үҙгәрһә лә, хәҙер ул - ауыл хужалығы етештереү кооперативы, ә бына исеме элеккесә - Матросов исемендәге хужалыҡ булып ҡалған. Оҙаҡ йылдар хужалыҡ менән Рауил Әсфәндийәров, Маннаф Шәйәхмәтов, Самат Баһауетдинов, Харис Халиҡов етәкселек итте. Бөгөн коллективты Илвер Ғәлим улы Хәлитов (өҫтәге һүрәттә) етәкләй.

Эштәре ниндәй -
һөҙөмтәләр ҙә шундай
Йылдан-йыл Матросов исемендәге хужалыҡ районда игенселек буйынса алдынғы булып тора. Ауыл хужалығы ерҙәре 5908 гектар тәшкил итә, шуларҙың 2849 гектарына бөртөклөләр, техник культуралар сәсәләр, 431 гектары - бесәнлек, 2308 гектар көтөүлек өсөн файҙаланыла.
Бында үҫтергән культуралар исемлегенә хужалыҡ ихтыяжы, мал аҙығы етештереү, шулай уҡ һатыу өсөн кәрәкле культуралар инә. Уның ҙур өлөшөн бөртөклө культуралар биләй, шулай уҡ көнбағыш, борсаҡ, ҡарабойҙай үҫтерелә. Минераль һәм органик ашламалар индереү, ваҡытында башҡарылған эштәр (рәт-ара эшкәртеү, химик утау һ.б.) ауыл хужалығы культураларының юғары уңышына ыңғай йоғонто яһай. Һуңғы йылдарҙа юғары уңдырышлы гибрид сорттар ҡулланалар. Беренселәрҙән булып «Конкур» (һоло), «Саша» (арпа), «Архат» (бойҙай), «Битюг», «Пионер» (көнбағыш) кеүек сорттар сәселә.
Ауыл хужалығында мәшғүл булған кешеләр шуны белә: ябай миҙгелдәр булмай, һәр ауыл хужалығы йылы үҙенсәлекле үтә. Уҙған йылға килгәндә, ул еңел булманы. Ауыл хеҙмәтсәндәре тупраҡты ваҡытында сәсеүгә әҙерләү, орлоҡто тейешле тәрәнлеккә сәсеү өсөн ҙур көс һала. Яҙ көнө сәсеүлектәрҙе азотлы минераль ашламалар менән туҡландыралар. 180 тонна минераль ашламанан тыш, баҫыуҙарға 4200 тонна органик ашлама индерәләр. Ваҡытында үткәрелгән химик эшкәртеү һәм башҡа агротехник саралар һуңғы һөҙөмтәгә ыңғай йоғонто яһай. Бөртөклө культураларҙың тулайым йыйымы 31 мең 201 центнер, бөртөклөләрҙең уртаса уңышы гектарынан 24,4 центнер, ә көнбағыштыҡы - гектарынан 19,6 центнер тәшкил иткән.
Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер нимә лә эшләп булмай. Шуға был мәсьәлә - айырыуса контролдә. «Росагролизинг» программаһында ҡатнашып, «Дон-651» сәсеү комплекслы менән RSM- 2375 тәгәрмәсле трактор һатып алалар. Быға тиклем икешәр берәмек рулондар ташыу өсөн машина һәм пресс-йыйғыс, «Акрос» комбайны, МТЗ-82 тракторы, СЗ-5.4 сәскесе, тупраҡты тәрән йомшартҡыс һатып алғандар. Барлыҡ һатып алынған техника һәм агрегаттар баҫыу эштәрендә тулы көскә эшләй. Билдәләп үтергә кәрәк, булған техника арҡаһында ауылдарҙың юлдары ҡарап тотола. Уҙған йәй Әмир ауылы урамдарында юлдарҙы ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылды, ҡышын да юлдар тәртиптә - уларҙы ваҡытында таҙарталар. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеһы халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, уҙған йылда ауыл халҡы һәм хужалыҡ аҡсаһына һыу башняһы капиталь ремонтлана. Шулай уҡ ауылдарҙы төҙөкләндереүгә (шишмәләр, һәйкәлдәр һәм обелисктар торошона) хужалыҡ ҙур иғтибар бирә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, объекттарҙы ремонтлау һәм реконструкциялау дауам итә. Йәйен ашлыҡ складтарына, тирмәнгә, идаралыҡ бинаһы эсендә капремонт яһалған.
Малсылыҡ өлкәһенә килгәндә, бында һөҙөмтәләр аҙыраҡ, әммә ыңғай яҡтары ла етерлек. Тәү сиратта, ауырлыҡ артыуға ҡағыла. Әгәр бер баш йәш малдың уртаса тәүлеклек артымы 2019 йылда 563 грамм тәшкил итһә, 2020 йылда - 780 грамм. Уҙған йылда 304 быҙау алынған. Мал ҡараусыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла. Быйыл һөтсөлөк фермаһында һөт үткәргес ҡуйылған, ҡара-сыбар тоҡомло 32 баш тана һатып алынған. Был үҙгәрештәр киләсәктә ыңғай һөҙөмтә бирер тип ышанабыҙ.
Иң яҡшы хеҙмәтсәндәр
Илвер Ғәлим улы хеҙмәт дисциплинаһына ҙур иғтибар бирә. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Коллектив - тоташҡан бер сылбыр кеүек. Әгәр сылбырҙың береһе бушаһа, бөтә эш юҡҡа сыға тиһәң дә була. Шулай ҙа етәксе һәр хеҙмәтсәндең ҡәҙерен белә, һәм кешеләр - ауыл хужалығы предприятиеһының төп байлығы тип ҡабатлауҙан арымай. Яҡташтарың менән эшләгәндә башҡаса булмай ҙа, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһын мәктәптән алып яҡшы беләһең. Ауыл хужалығы етештереү кооперативы - Хәлекәй ауыл Советы территорияһында берҙән-бер эре хужалыҡ, тимәк, ошонда йәшәгән ауыл халҡының именлеге уның ни тиклем аяғында ныҡлы баҫып тороуына бәйле.
Ауыл хужалығы предприятиеһында 71 кеше: механизаторҙар, мал ҡараусылар, водителдәр, урта һәм юғары звено белгестәре эшләй. Хужалыҡ ғорурлығы - игенсе-механизаторҙар. Улар сәсеүҙә, мал аҙығы әҙерләүҙә, ураҡта беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Күптәре үҙҙәренең балаларын да был эшкә ылыҡтыра. Алдынғылар иҫәбендә - механизаторҙар Камилйән Таиров, Йәүҙәт Савин, Илдар Латипов, Наил Шәймәрҙәнов, Фәнзил Мәхийәнов. Йәш механизаторҙар: Айнур Хәлиуллин, Фидан Сәйфетдинов, иретеп йәбештереүсе Илвир Хәлитов уларҙан ҡалышмай. Малсылар: Венер Сафин, Рәнис Шиһабетдинов, Әхтәм Шабаев, Александр Романов, Рафаэль Муллағолов, ат ҡараусылар: Радик Байгилдин, Марс Йәһүҙин, машина менән һыйыр һауыу операторҙары Елена Савина, Татьяна Молофеева, Ирина Рәхимова, Надежда Дәминова дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Наил Хөснөтдинов (әлеге ваҡытта хаҡлы ялда) ярты быуатҡа яҡын, дөрөҫөрәге 44 йыл ғүмерен агроном һөнәренә бағышлаған. Уның тырышлығы арҡыһында хужалыҡ юғары уңыш алыуға өлгәшә. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Наил Вәли улы наградаларға, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне» исеменә лайыҡ була. Ошондай уҡ исемгә тағы бер игенсе - билдәле комбайнсы, ауыл хужалығы тармағында 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған Флорид Сәйфетдинов (аҫтағы һүрәттә) та лайыҡ булған. Ул йыл әйләнәһенә тиерлек - йәйен комбайнда, ҡышын - ДТ-75 тракторында ал-ял белмәй эшләй. Урындағы училищены тамамлаған Флоридҡа беренсе тапҡыр иҫке генә «Колос» комбайнын ышанып тапшыралар. Унда ул ике миҙгел эшләй, 1994 йылда яңы комбайнға ултыра. Мәҫәлән, «Нива» комбайнында ул йылдан-йыл юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, райондың иң яҡшы игенселәре иҫәбенә инә. Уҙған миҙгелдә Флорид Миневәрә улы үҙенең «Нива-Эффект» комбайны бункерынан 6381 центнер иген бушатҡан.
Бына улар, хеҙмәт кешеләре, үҙ ерҙәрендә күңел ҡушҡан эштәрен тапҡан кешеләр. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында беҙҙең еребеҙ ышаныслы ҡулдарҙы тип әйтә алабыҙ. Эшһөйәрлегегеҙ һәм алтын ҡулдарығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, намыҫлылығығыҙ һәм юғары яуаплылығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Читайте нас