Әңгәмә барышында сәйәсмән был вуздарҙы берләштереү идеяһын нигеҙләгән һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биргән. Тәү сиратта ул туғыҙ йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫләне.
“2012 йылда федераль Хөкүмәт “Проект 5-100” тип аталған проектты эшкә ҡушты. Был илдең иң яҡшы биш вузы һәм йөҙ нигеҙ булырлыҡ тикшеренеү вузын булдырыу ине. Һәм ул вуздарға бик күп өҫтөнлөктәр тәьмин ителде, шул иҫәптән айырым финанслау ҙа. Ул саҡта беҙ бер генә уҡыу йорто - Өфө дәүләт нефть техник университеты менән генә ҡатнаштыҡ, ул нигеҙ вузы булып китте.
Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин менән беренсе тапҡыр осрашҡан сағында Башҡортостанға ла федераль университет кәрәк тигән мәсьәләне күтәргәйне. Сөнки беҙҙә йыл һайын 17 мең кеше 11-се класты тамамалай, уларҙың тик 12 меңе генә беҙҙең уҡыу йорттарында тороп ҡала. Ҡалғандары ситкә китә һәм ҡайтмай тороп ҡалғандары ла байтаҡ.
Президент федераль университеттар темаһы ябаҡ, тик башҡа программаларҙың булыуы тураһында әйткәйне. Был ун йыллыҡта донъя кимәлендәге 30 университет һайлап алынасаҡ, уларға ҙур финанс бүленәсәк – ун йылға 750 миллиард һум. Тимәк, беҙҙең берләштерелгән вузыбыҙ үҙенең 5-6 миллиард һумлыҡ бюджетына өҫтәмә рәүештә кәмендә бер миллиард һум ала аласаҡ. Әгәр беҙ был үҙенсәлекле мөмкинлекте файҙаланмай ҡалабыҙ икән, беҙҙең вуздар тороп ҡалған аҡса иҫәбенә генә финансланасаҡ”, – тине ул.
Өҫтәмә аҡсаны ятаҡтарҙы, матди-техник базаны яңыртыу, лабораторияларҙы камиллаштырыу өсөн тотонорға планлаштыралар.
Александр Сидякин билдәләүенсә, һуңғы ун йыл эсендә Башҡортостан көслө вуздары булған төбәктәр ҡамауында тороп ҡалды. Был Ҡазандағы Волга буйы федераль университеты, Пермь ҡалаһындағы дәүләт милли тикшеренеү университеты, Екатеринбургтағы Урал федераль университеты, Силәбеләге ғилми-тикшеренеү университеты.
“Беҙ улар араһында еңеләбеҙ. Илдә уҡытҡан 700 вуз бар, һәм 100-ҙән кәмерәк университетта инновациялар булдырыу менән дә шөғөлләнәләр. Беҙ ошо һуңғы иҫәпкә ингебеҙ килә, Өфөлә ҙур Милли тикшеренеү университеты барлыҡҡа килергә тейеш. Уның да илдең алдынғы вуздары кеүек финансланыуын теләйбеҙ. Шәп лабораторияларҙа беҙҙең генә түгел, күрше төбәктәрҙән дә уҡытыусылар эшләһен ине. Әйткәндәй, бының өсөн кампус проектлана, унда профессура өсөн дә торлаҡ күҙалланған”, – ти Александр Сидякин.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе белдереүенсә, әле төбәк эсендәге вуздар араһында көс һынашыу өсөн ваҡыт түгел. “Күрше төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән килгән студенттар өсөн көрәшер кәрәк. Тик ошо ғына беҙгә йылдан-йыл кәмегән студенттар һанын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. ӨДАТУ-ла ҡасандыр 20 мең студент булған, әле 12 мең генә, һәм был һан кәмей. БДУ-ға ла нимәне генә ҡушманылар, тик иң күбе 30 мең студент булды. Беҙ таланттар, һәләтле үҫмерҙәр өсөн көрәш башлайбыҙ, улар - илебеҙҙең интеллектуаль элитаһы.
Сит ил студенттарын йәлеп итеү кәрәк. Беҙ – Евразия үҙәге һәм быны әүҙем рәүештә файҙаланырға тейешбеҙ. Беҙҙәге 100 мең самаһы студенттың – дүрт меңе сит ил кешеләре. Уларҙың 2,5 меңе медицина университетында, ҡалғандары нефть университетында уҡый. Беҙгә Президент ҡуйған бурысты үтәү өсөн, уларҙың һанын 10 меңгә еткереү кәрәк”, - тине ул.
Александр Сидякин белдереүенсә, университеттар берләшкәс, студенттарҙы кәметеү түгел, киреһенсә, арттырыу күҙаллана. Тимәк, улар өсөн уҡытыусылар ҙа күберәк кәрәк буласаҡ.
“Әле Ҡытай Рәсәй менән сағыштырғанда ғилми тикшеренеүҙәрҙе 40 тапҡырға күберәк эшләй. 30 йыл элек кенә хәл киреһе ине. Фән өсөн көрәшер кәрәк. Бер юлы илдәге 700 вузға ла ярҙам итеп, уларҙы тигеҙ үҫтереп булмай. Шуға, әлбиттә, тәү сиратта Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына өҫтөнлөк биреләсәк. Артабан беҙҙә геосәйәсәт тигән нимә бар: Калининград, Арктика, Алыҫ Көнсығыш. Ә ҡалғандарға дәғүәле мөхиттә йәшәргә кәрәк. Улар араһында ла үтә текәләр күп. Мәҫәлән, Новосибиск, Төмән, Силәбе, Томск. Бында бер нисә вуздар берләшкән, улар берәмләп йәшәүе ауыр икәнде аңлай”, – тине Хакимиәт етәксеһе.
Александр Сидякиндың фекеренсә, төбәк эсендә үҙ-ара дәғүәләшеү бер нимәгә лә килтермәйәсәк. Республикала тороп ҡалған 12 мең абитуриент та, әгәр вуздарҙың статусы юғары булмаһа, ситкә китеү яғын ҡараясаҡ. Быға бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай.
“Бер вузға берләштереү тап ошо ике уҡыу йорто өсөн еңел буласаҡ. Береһе - техник йүнәлешле, икенсеһе – гуманитар. Ни бары алты процент белгеслектәре генә тура килә. Яңы университет булдырған саҡта уның ҙурлығы ла мөһим. Интеграция барышында беҙ 40 меңдән ашыу студенты булған уҡыу йорто аласаҡбыҙ. Уның бюджеты ла үҫәсәк”, – ти спикер.
Александр Сидякин был вуздарҙы берләштереүҙең схемаһын да аңлатып бирҙе. “Тәүҙә университеттарҙың ғилми советтары тауыш бирергә тейеш. Аҙаҡ был мәсьәлә илдең Фән һәм юғары белем министрлығына ҡарауға сығарыла. Унда коллективтың фекерен хупларғамы, юҡмы тигән ҡарар ҡабул ителәсәк. Студенттар борсолмаһын. Беренсенән, берләшеү тиҙ булмай – ике-өс йыл үтәсәк. Күптәр үҙҙәре уҡырға ингән уҡыу йорто дипломын алып өлгөрәсәк. Аҙаҡ улар яңы университетта уҡығандарҙан көнләшәсәк тә әле, сөнки уларҙың дипломы илдә һәм донъяла юғары танылған, күп профилле, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузының береһенеке буласаҡ. Унда “башҡорт” һүҙе лә һаҡланасаҡ. Әле исеме өҫтөндә эшләйбеҙ, фекер алышабыҙ”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе белдереүенсә, ике тиң уҡыу йорто берләшә. Уларҙың береһе икенсеһен “йотасаҡ” түгел. Барыһы ла һаҡланасаҡ һәм яҡшыраҡ та буласаҡ.
“Студенттар өсөн университеттың ни тиклем шәп булыуы мөһим. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ әле, беҙҙә ҙур Ғилми-тикшеренеү университеты буласаҡ, уның күрше төбәктәрҙәге кеүек яҡшы кампусы буласаҡ. Беҙ бер тапҡыр бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырғайныҡ, башҡаса быны ҡабатларға хоҡуғыбыҙ юҡ”, – тип тамамаланы ул.