13 мартта Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда лиганың VIII миҙгеле үткәрелә, унда республиканың алты районынан һәм биш ҡалаһынан 13 команда ҡатнашасаҡ. Бындай сара 2013 йылдан алып дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡығандар, башҡорт телендә сығыш яһағандар өсөн ойошторола.