Байрамдың ҡәҙерле ҡунаҡтары- Республика халыҡ ижады үҙәгенең Кумертау ҡалаһы филиалы мөдире һәм методисы А.Х.Грязнова менән А.М.Ильясова, Өфө дәүләт нефть-техник университеты доценттары: «Кейем-һалым технологияһы һәм тегеү» кафедраһы мөдире Ольга Будеева; «Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сервисы» кафедраһы мөдире Константин Кузьминых; Халыҡ-ара мөнәсәбәттәре, тарих һәм көнсығышты өйрәнеү кафедраһы мөдире Ләйлә Хөснөтдинова, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценттары, «Ит, һөт продукттары һәм химия технологиялары» кафедраһы мөдире Ирина Миронова һәм яҡташыбыҙ Зөлфиә Ғәлиева, шулай уҡ Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондары вәкилдәре булды.
Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Уның төрҙәре бик күп. Бөгөнгө көндә ул башҡа халыҡтарҙың да яратҡан ризығы. Был көндө уңған хужабикәләр бауырһаҡтың ниндәй генә төрөн әҙерләмәгән. Уларға - ҡарап туйғыһыҙ! Ваҡ, уртаса һәм эре итеп бешерелгән төрлө-төрлө бауырһаҡтар менән һоҡланып та, баһалап һәм ауыҙ итеп ҡарау мөмкинлеге лә булды. Улар телде йоторлоҡ тәмле ине. Бында йәнәшәлә генә бауырһаҡтарҙан тыш, милли кейемдәрҙә, яулыҡ ябынған, күлдәк өҫтөнән матур түшелдеректәр кейгән, мөләйем хужабикәләр шулай уҡ үҙҙәре бешергән төрлө-төрлө ризыҡтар тәҡдим итте, улар - ауыл биләмәләре, 4 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы вәкилдәре, ҡунаҡтар. Район Мәҙәниәт йорто фойеһы гөжләп торған умарта күсен хәтерләтте, бында бал ҡорттарын хәтерләткән уңғандар байрамы башланыуға әҙерләнде.
Ҡунаҡтар район Мәҙәниәт йортона инеү менән дәртле, күңелдәрҙе елкендерерлек сәләмләү йырҙарын тыңланы, бейеүҙәр ҡараны, милли эсемлектәрҙән һәм бауырһаҡтан ауыҙ итте. Артабан икенсе ҡатҡа күтәрелеп, бауырһаҡ, бәлеш һәм ҡымыҙ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Оҫтабикәләр үҙҙәренең серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Матур алъяпҡыстар быуған, яулыҡ ябынған балаларҙың да ололарға ярҙам итеүен ҡарап тороуы бик тулҡынландырғыс булды. Тимәк, улар әлеге күргәҙмәгә ҡуйылған ризыҡтарҙы тырыш хужабикәләр, үҙебеҙҙең тыуған яҡ эшсәндәре әҙерләүен күреп һәм белеп үҫә.
Ҡунаҡтарҙы район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында шулай уҡ ғәжәйеп күргәҙмә көтә ине. Райондың ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, эшкәртеүселәре, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, Балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре әҙерләгән әйберҙәрҙе тәҡдим итте. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Камилла һәм Руслан Фәйзуллиндар үҙҙәренең «Савой» ҡунаҡхана комплексы менән таныштырыу видеоһын күрһәтте, бында район халҡы байрам, туй һәм юбилейҙар үткәреү мөмкинлегенә эйә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәттәр күрһәтеү дәрәжәһе, әҙерләнгән ризыҡтарҙың сифаты һәм тәме бик юғары.
Эшҡыуарҙар Венер Шәйхулов һәм Илнур Сабирйәнов бөтә тирә-яҡта, шулай уҡ райондан ситтә танылыу алған, үҙҙәре етештергән көнбағыш майын тәҡдим итте. Күптәрҙең иғтибарын Буҙат ауылынан Рузил Назаров алып килгән йылҡы итенән ыҫланған һәм ҡаҡланған ит-колбаса изделиелары йәлеп итте. Был көндө уларҙы татып ҡараусыларҙың барыһы ла юғары баһа бирҙе. Зөлфиә Иҙрисованың ҡорамаларҙан теккән әйберҙәре, Булат Фәрхшатов, Лилиә Мөхәмәтйәрова, Хәлил Солтанов, Венер Ишбулдин, Зифа Яппарова һәм башҡаларҙың икмәк-булка изделиелары, төрлө ярымфабрикаттар, умартасылыҡ продукцияһы – күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәрҙең төрлөлөгө таң ҡалдырҙы. Районыбыҙҙа бына ни тиклем тырыш, оҫта, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын дауам итеүсе кешеләр йәшәй. Афарин!
Сараны асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы йыйылыусыларҙы йылы сәләмләне, залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән тәбрикләне. Стәрлебаштар ирешкән уңыш һәм ҡаҙаныштар, бауырһаҡ-фестың ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тотоуы тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
Райондың фольклор коллективтары, район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылары, ҡунаҡтар әҙерләгән конкурс программаһы байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың сығыштары темаһы буйынса шулай уҡ күп төрлө булды – башҡорт еренең мул һәм ҡунаҡсыл, республикала йәшәгән халыҡтарҙың татыу һәм берҙәм булыуы тураһында йыр һәм таҡмаҡтар, бауырһаҡ бешереүҙе сағылдырған бейеү композициялары. Сығыштар сағыу, дәртле, эскерһеҙ һәм күңелле булды.
Бауырһаҡ-фест ҡатнашыусыларға матур концерт сығыштары, бауырһаҡ менән генә түгел, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға, дөрөҫ туҡланыуға, традицион туҡланыу продукттары ҡулланыуға бағышланған етди һөйләшеүҙәр менән хәтерҙәрендә ҡалыр. Түңәрәк өҫтәл артында район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, ӨДНТУ һәм БДАУ ҡунаҡтары, мәктәп тамамлаусылар, ата-әсәләр, ауыл хужалығы тауар етештереүселәре һәм эшкәртеүселәр, райондың ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәре осрашты.
Йыйылыусылар алдында үҙәк район дауаханаһының медстатистика кабинеты мөдире Р.И.Латипова, «Ағинәйҙәр» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының район йәмғиәте етәксеһе М.И.Баһауетдинова, ӨДНТУ һәм БДАУ вәкилдәре сығыш яһаны.
Константин Кузьминых гастрономия һәм туризм биләмәләрен, туҡланыу продукттарын брендлау буйынса артабанғы аҙымдар тураһында аңлатты. Район брендтарын баһалау һәм уларҙы танып белеүҙе арттырыу, Стәрлебаштың аҙыҡ-түлек продукттарын етештереүгә инвестиция йәлеп итеү юлдарын күрһәтте. «Бауырһаҡ-фест» республика фестиваль-конкурсының үҫеш юл картаһын тәҡдим итте. Сөнки стәрлебаштарҙың өс йыллыҡ тәжрибәһен киңәйтергә кәрәк. Халыҡ менән бергә эшләнгән «Стәрлебаш бауырһағы» оҫталыҡ дәресе барыһына ла оҡшаны. Файҙалы мәғлүмәттәр алыуҙан тыш, ҡатнашыусылар онлайн-ижади оҫтаханала булды һәм тап бына Стәрлебаш бауырһағын бешереү буйынса видеоролик ҡараны, шулай Стәрлебаш 1-се урта мәктәбендә 9, 10, 11 кластар уҡыусылары менән үткәрелгән һөнәри йүнәлеш биреү сараһында ҡатнашты.
Ә сәғәт өстә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған байрам концерты башланыр алдынан «Бауырһаҡ-фест»та еңеүселәр бүләкләнде.
Гран-при тантаналы рәүештә Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йорто вәкилдәренә тапшырылды. Беренсе урын – район биләмә-ара китапханаһы, икенсе урын – Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йорто, өсөнсө урын - Йәшергән ауыл мәҙәниәт йорто коллективына бирелде. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
Район хакимиәтенән Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты ҡайнар ҡотлау һүҙҙәре менән Рөстәм Камил улы ҡулынан райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм үҙҙәренең эш урындарында һөҙөмтәле хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылды.
Сара район Мәҙәниәт йортоноң, Балалар сәнғәт мәктәбенең, үҙешмәкәр артистарҙың матур, тамашалы концерты менән тамамланды. Концерт ыңғай тәьҫораттар бүләк итте, байрам алдынан барыһының да кәйефен күтәрҙе һәм илһам өҫтәне.