Новости
12 Март 2021, 11:14

Һарымһаҡ – йорт табибы

Гәзит уҡыусыбыҙ Әминә Рәхимғолова беҙгә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып ебәргән. Халыҡ араһында ҡулланылған был рецепт өлгөләренең, бәлки, һеҙгә лә кәрәге тейер.

Унда түбәндәге юлдар бар:

“Һеҙҙең йортта һарымһаҡ нимә эшләй? Шкаф эсендә кибеп ятамы? Ә бит тәбиғәт тарафынан бирелгән ошо мөғжизә сәләмәтлегебеҙгә ифрат ҙур файҙа килтерә ала. Борон-борондан был үҫемлек күп сирҙәргә дауа тип иҫәпләнә. Һыуыҡ тейҙеме? Туҡмас бешерегеҙ, ҡырылған һарымһаҡ, тоҙ һалып бутағыҙ, эҫе килеш ашағыҙ. Ул тирләргә ярҙам итер, организмды дезинфекциялар.

Күҙегеҙгә арпа сығып килгәндә лә һарымһаҡ ярҙамға ашыға. Бының өсөн күҙ ҡабағын йоҡа ғына шекәрәһенән таҙартылған бер бүлкәте менән ышҡырға кәрәк.
Балаға тимрәү сыҡһа, бына ошолай эшләргә кәңәш итәм: биш бүлкәтен ҡырғыстан үткәрегеҙ, бер ҡалаҡ глицерин өҫтәгеҙ, бер аҙ төнәткәндән һуң, проблемалы урынға һөртөгөҙ. Өс көн ошоно әүҙем генә эшләһәгеҙ, тимерәү юҡҡа сығыр.

Тешләнгән йә эренләгән урынды һарымһаҡ һәм бал ҡушып эшләнгән ҡатнашма менән эшкәртергә мөмкин. Бының өсөн бер баш һарымһаҡҡа 50 грамм бал алырға кәрәк. Көн һайын яраны ҡабаттан бәйләгеҙ.

Баш ауыртҡанда, һарымһаҡтан бутҡа яһап, сикә тирәләренә марляға урап ҡуйығыҙ.
Тырнаҡ аҫтына бәшмәк эйәләгән икән, һарымһаҡтан иҙелгән бутҡаға аҡ май ҡушып, ҡатнашма эшләгеҙ. Төнгөлөккө нәски кейеп ятығыҙ. Был сара бәшмәкте ун көн самаһында юҡҡа сығара”.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/arym-a-yort-tabiby/
Читайте нас