Әҙерләү:
Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ.
Айырым һауытта майҙы йомшартып, туғылған йомортҡа һарыһы менән шәкәрҙе ҡушып ныҡ итеп болғатабыҙ ( булһа миксер менән). Он менән соданы килеп сыҡҡан массаға ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Какао ҡушһаң да була.
1 см ҡалынлығында йәйеп, төймә формаһында печеньелар киҫәбеҙ.
Майланған табаға һалып йылыған мейестә 180-200 градуста 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ.