Был йәшелсә (эйе, йәшел тәмләткес үлән түгел, йәшелсә ул) тиҙ өлгөрөүе менән отошло. Уны йыл дауамында бер нисә тапҡыр сәсергә мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә шпинатты бик ҙурлап үҫтерәләр, күп ҡулланалар, беҙҙә иһә артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр. Ә бит ул аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай. Шпинатта калий, магний, тимер, фосфор, йод, А, В, С, В1, В2, В9, D, Р, Е, Н, РР, К витаминдары бар.
1 тотам шпинат, 1/3 стакан баҙам (миндаль) сәтләүеге, 4 ҡалаҡ аҡ май, 1 баш һуған, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Табаға майҙы һалып иретәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған һуған, һарымһаҡ, тоҙ, борос өҫтәп, бер нисә минут ҡыҙҙырабыҙ. Йыуып киптерелгән шпинатты һалып бер нисә минут ҡыҙҙырабыҙ. Баҙам сәтләүеген ҡоро табала ҡыҙҙырабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, блендерҙа болғатабыҙ.