Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Март 2021, 08:39
Башҡортостан – иң тәүге бишәү иҫәбендә
Башҡортостан автокредит биреү буйынса ил төбәктәре араһында тәүге бишәү араһына ингән. “Автостат” агентлығы хәбәр итеүенсә, былтыр республикала 39,8 мең кредит бирелгән. Был – дөйөм рейтингта бишенсе урын.
2020 йылда иң күп кредиттар Мәскәүҙә (67,3 мең дана), Мәскәү өлкһендә (51,3 мең дана), Санкт-Петербургта (51,1 мең дана) һәм Татарстанда (44,6 мең дана) рәсмиләштерелгән.
Республикала яңы автомобилдәргә автокредитты әҙерәк алғандар – 39945. 2019 йылда был һан 42493 булған. Был – Кредит тарихтары милли бюроһы мәғлүмәттәре.
Кредит күләменә килгәндә, 2020 һәм 2019 йылдар араһында 1,2 процент айырма бар. Былтыр Башҡортостанда 28,3 миллиард һумлыҡ кредит алһалар, 2019 йылда был һан 28,64 миллиард һум тәшкил иткән.
Быйыл ватан автомобилдәре етештереү сәнәғәтенә ярҙам маҡсатында илдә 16 миллиард һум бүленәсәк. Уның 8,9 миллиард һумы ташламалы автокредитҡа тотоноласаҡ. Тағы 3,8 миллиард һумы – ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн лизинг ташламаһы, 3,33 миллиард һумы газ һәм мотор техникаһын һатыуға стимул булараҡ йүнәлтеләсәк.
Быйыл дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 42,5 мең автомобиль һатылған, тип хәбәр иткән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров.
Фото:
indrive.net
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bash-ortostan--i-t-ge-bish--i-bend-710261/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"