Новости
10 Март 2021, 04:40

Ҡыш ҡыяр мул уңыш биргән

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә теплицала йәшелсә етештереү былтырғы күрһәткестән байтаҡҡа юғарыраҡ. 2 мартҡа ҡарата ҡыш теплицала 172,5 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән, был 2020 йылғы ошо уҡ осорға алынған мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, 28,6 процентҡа күберәк. Теплица ҡыяры уңышы – 106,5 мең тонна, помидорҙыҡы – 64,7 мең тонна тәшкил иткән.

Әйткәндәй, Липецк, Мәскәү, Волгоград, Калуга, Новосибирск өлкәләре, Краснодар һәм Ставраполь крайҙары, Ҡарасәй-Черкесс һәм Татарстан республикалары менән бер рәттән, Башҡортостан да ҡыш йәшелсә үҫтереү йәһәтенән төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә инә.
2 мартҡа республикала ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 4544 мең тонна йәшелсә үҫтергән, йәғни былтырғыға ҡарағанда 833 тоннаға күберәк. Уңыштың ҙур өлөшөн ҡыяр (3653 тонна) һәм помидор (805 тонна) тәшкил иткән.
Мәғлүм булыуынса, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Хужалыҡтар үҙҙәренең яҡшы күрһәткестәре менән быны асыҡ раҫлай.
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/ish-iyar-mul-u-ish-birg-n-706805/
Читайте нас