Бешкән тауыҡ итен, помидорҙы – шаҡмаҡлап, ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, әлегә туралған – ҡырылған аҙыҡ түлекте майонез менән бутайбыҙ.
Картуфты эре ҡырғыс аша үткәреп, крахмалын сайып, таҫтамалға йәйеп һалабыҙ.
Майлы табала картуфты ҡыҙҙырып алабыҙ, унан майын һарҡытабыҙ.
Салаттың өҫтөнә картуфты һибәбеҙ, йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ.