Новости
10 Март 2021, 04:19

Хөрмәтулла Үтәшевкә ни булған?

Күптәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте был образда танып та етмәгәндер. Сәхнәләге яңы роле өсөндөр, тип әйтер ҡай берәүҙәр.

Ә ысынында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ир-егет артистары Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл зат коллегаларына бик үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләгән икән. “Театрҙа ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланыҡ! Клипҡа төшөр өсөн образ әҙер!” – тип яҙҙы халыҡ артисы әлеге фотоһына бәйләп.
Байрам уңайынан театрҙың актерҙары рэп стилендә махсус йыр яҙып, видеояҙма эшләгән. Уның һүҙҙәрен Руслан Хайсаров, көйөн Урал Иҙелбаев яҙған, ә видеороликтың авторы – Руслан Юлтаев.
Әйткәндәй, үҙенсәлекле ҡотлау театрҙың ҡатын-ҡыҙ актрисаларының һәм хеҙмәткәрҙәренең күңеленә хуш килгән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-rm-tulla-t-shevk-ni-bul-an-708081/
Читайте нас