Новости
31 Декабрь 2020, 21:00

Һуғыш шаңдауы

Ете тиҫтә йылдан һуң көтөп алынған осрашыу

70 йылдан ашыу ул йөрәгенә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле һүҙҙе әйтеү тураһында хыяллана. «Һаумы, атай! Бына беҙ һинең менән осраштыҡ» - тип шыбырлап ҡабатлай ул һәм уның битенән бәхетле күҙ йәштәре аға. Был һүҙҙәрҙе Миһран Ғәлиев тыуған Яңы Ҡалҡаш ауылынан меңдәрсә километр алыҫлыҡта 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышының ҡан ҡойғос алыштарының береһендә батырҙарса һәләк булған атаһы Ғирфан Ғибаҙулла улы ерләнгән туғандар ҡәберлегендә улдары менән бергә торғанда әйтә.

Ул беҙгә редакцияға туғандар ҡәберлегенә барып ҡайтҡандан һуң, хис-тойғолары һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Атайым һуғышҡа 1942 йылдың декабрендә киткән, - тип һөйләй Миһран ағай. - Быға тиклем, ул бер нисә тапҡыр үтенеп һораһа ла, уны фронтҡа ебәрмәйҙәр. Ул трактор бригадаһы бригадиры була һәм уға бронь бирәләр, сөнки фронт өсөн икмәк тә, снаряд кеүек үк, кәрәк була.

Дүрт ай эсендә уның тормош иптәше Миникамал унан ни бары ике хат ала. Ул ҡот осҡос, ҡан ҡойғос алыштар тураһында яҙа, ә һуңғыһында 9-сы хәбри-һауа десант гвардия дивизияһына эләгеүе һәм тиҙҙән уға парашюттан һикерергә тура киләсәге тураһында ла өҫтәй. Ҡурҡыныс булыуы тураһында яҙа. Юҡ, үлемдән түгел. Ә ергә төшкәнсе бәреп төшөрөүҙәренән һәм илебеҙгә ҡайғы-хәсрәт, үлем килтергәндәре өсөн фашистарҙан үс ала алмауҙан.

- Башҡа атайымдан хаттар булмай, - тип дауам итә Миһран Ғирфан улы. - Әммә әсәйебеҙ ҡара ҡағыҙ алһа ла вафат булғансы уны көттө. Уның иҫән булып, әйләнеп ҡайтыуына ныҡлы өмөтләнде. Ә мин ғүмер буйына уның ерләнгән урынын табып, ҡәбере алдында «Атай» тип әйтергә хыялландым. Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән улдарым Илдус һәм Марселгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тормош иптәшемә лә ошондай аҡыллы улдар бүләк иткәне өсөн рәхмәт...

Беҙ район гәзитендә Интернет селтәрендә «Мемориал» сайтында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар тураһында мәғлүмәт (һуғышҡа ҡайҙан алынған, ҡайҙа һуғышҡан, наградалары, һәләк булған һәм ерләнгән урыны) табырға мөмкин булыуы тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Тап ошо сайтта М.Ғәлиевтың улдары олаталары тураһында мәғлүмәт табып, атайҙарына уның ҡәберенә барырға тәҡдим итә.

- Олатайыбыҙ Ленинград өлкәһендә һуғышҡан, - тип һөйләй һалдаттың ейәне Илдус Миһран улы. - Ғинуарҙа Ленинград блокадаһы өҙөлә, шуға ҡарамаҫтан, ошо урында ҡаты алыштар дауам итә. Беҙҙең ғәскәрҙәргә һәр ҡарыш ер өсөн алышырға тура килә. Ҡоторған фашистар уларҙы самолеттарҙан бомбаға тота, пушкаларҙан ата. Олатайым Порусье йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Сосновка ауылы эргәһендә барған шундай алыштарҙың береһендә һәләк була. Унда һаҙлыҡлы урындарҙа һалдаттар окоптар ҡаҙый. Юғалтыуҙар ғәйәт ҙур була. Туғандар ҡәберлегенә генә шул ваҡытта өс мең һалдат ерләнә. 1968 йылда уларҙы Ефремово ауылында ҡайтанан ерләйҙәр.

- 7 октябрҙә беҙ Илдус һәм Марсель менән Мәскәүгә остоҡ, - тип дауам итә һүҙен Миһран ағай. - Беҙҙе Пулково аэропортында Илдустың хеҙмәттәше, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте офицеры Олег Серебряников ҡаршыланы һәм беҙҙең менән бергә барҙы. Ефремово ауылына килгәс, урындағы халыҡтан һалдаттарҙың ерләнгән урынын һорашып шунда йүнәлдек. Туғандар ҡәберлеге ихаталанған. Уның территорияһында «Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға мәңгелек хәтер» тип яҙылған гранит плитаһы, бер нисә ҡыҙыл йондоҙло һәйкәл, шулай уҡ һәләк булғандар исемдәре менән ҙур булмаған ҡәбер плиталары ҡуйылған. Улар алдына бихисап сәскә гөлләмәләре һәм веноктар һалынған, хатта пулянан тишелгән каскалар ҙа бар. Фамилияларға ҡарағанда, бында рус, ҡазах, татар, башҡорттар бергә ерләнгән. Уларҙың ҡайһы берҙәренең фотоһүрәттәре плиталарға беркетелгән йәки ергә ҡуйылған. Улар беҙҙең кеүек үк килгән мәрхүмдәрҙең туғандары тарафынан ҡуйылғандыр, моғайын. Фотоһүрәттәрҙән беҙгә йәш кенә егеттәр ҡарап тора, улар беҙҙең именлегебеҙ, тыныслығыбыҙ өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған. Уларҙы һәм уларҙың батырлыҡтарын оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.

Тыныслыҡ яулау өсөн бик күп юғалтыуҙар кисергә тура килә, тип иҫәпләй Миһран Ғирфан улы. Һуғыш ваҡытында немец һалдаттары яҡын-тирәләге барлыҡ ауылдарҙы яндырып, ҡарттарҙан алып балаларға тиклем ауыл халҡын юҡ итә. Бөгөн ауылдарҙың атамалары ғына ҡалған. Хатта бөгөн дә, 70 йыл үтһә лә, ошо ерҙә һуғыш эҙҙәре юғалмаған. Шартлауҙарҙан уйылып ҡалған ер әле лә тигеҙ түгел. Быларҙы онотоу мөмкинме ни?

Ҡәбергә тыуған ауылынан алып килгән тупраҡты һаҡсыл ғына һалғандан һуң, Миһран ағай әсәһенең ҡәберенә һалыу һәм шунда атаһына ҡәбер ташы ҡуйыу өсөн бынан бер ус тупраҡ һалып ала.

- Ул тыуған ауылынан алыҫта ерләнгән булһа ла, беҙ уны бында тип уйлап ата-әсәйебеҙҙең ҡәберенә йөрөйәсәкбеҙ, - ти ветеран.

- Мин атайым фронтҡа киткәндән һуң өс айҙан тыуғанмын, - тип дауам итә ул. - Ғүмер буйына атаһы булғандарға ҡарап һоҡландым. Ә бында килгәндән һуң атайым менән үҫкән һәм ул һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә булған кеүек үҙемде хис иттем һәм бик бәхетле тойҙом, - тип йылмая Миһран ағай. Һәм шул уҡ ваҡытта: - мөмкинлегегеҙ булһа, ата-әсәйҙәрегеҙҙең ҡәберҙәренә барығыҙ. Уларҙы онотмағыҙ. Яҡындарығыҙ тураһында изге хәтерҙе һаҡлағыҙ, тип барыһына ла кәңәш итәм, - тип өҫтәне.

Үҙенең ауыр бала сағын иҫләп, Миһран ағай йәш сағында уның балалары уға ҡарағанда бәхетлерәк буласаҡ, тип һүҙ бирә. Һәм һүҙен үтәй. Тормош иптәше Фәриҙә Һиҙиәт ҡыҙы менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтереп, шуларҙың өсөһөнә юғары белем алырға ярҙам итә һәм ғүмер буйынса туған хужалыҡтары мәнфәғәтендә намыҫлы эшләйҙәр. Миһран Ғирфан улы 44 йыл водитель булып эшләй, шуларҙың 33 йылын - һөт ташыу машинаһында. «Почет билдәһе» ордены, бихисап Маҡтау грамоталары менән менән бүләкләнгән. Уның фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. Бөгөн ул - ауыл старостаһы. Ауыл халҡының тормошо уңайлыраҡ булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.

Тормош иптәше Фәриҙә төрлө йылдарҙа сөгөлдөр утай, һауынсы булып эшләй. Уларҙың ғаиләһе - өлгөлө. 2014 йылда ул «Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Был ғаилә бәхетһеҙлектәр ҙә кисерә. Улар бер улын һәм ҡыҙын юғалта, әммә шуға ҡарамаҫтан, тормош һынауҙарына бирешмәйҙәр. Бөгөн Ғәлиевтар 3-сө Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында табип-невропатолог булып эшләгән улы Илдустың, Төнъяҡта вахта ысулы менән эшләүсе Марселдең һәм СИЗОла һаҡсы булған Филүстең башлы-күҙле булып, үҙ ғаиләләре менән йәшәүҙәренә сикһеҙ шат. Улар балалары менән ғорурланған ата-әсәләр генә түгел, бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа.

Тормошта иң мөһиме - тыныслыҡ һәм ғаилә, тип ҡабатлай Миһран Ғирфан улы. Аллаға Шөкөр, лайыҡлы кешеләр үҫтерҙек. Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?
Читайте нас