Мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан, баскетбол менән мауыҡҡан, тиҙ аралашыусан һәм ҡыҙыҡһыныусан, Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Данил Рәхимов Башҡортостандан илдең төп шыршыһына - Кремлгә барыу бәхете йылмайған 114 бала иҫәбендә. Унан ҡайтҡас ул беҙҙең менән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Миндә Мәскәүгә барыу теләге бик көслө ине. Һәм, ниһайәт - хыялым тормошҡа ашты! Унда барып ҡына ҡайтманым, ә Кремль шыршыһында иң күңелле һәм бөтәһе лә яратҡан байрам - Яңы йыл уңайынан үткәрелгә әкиәт тантаналарында ҡатнаштым.
Был ҡала боронғо һәм заманса биналары менән күҙҙең яуын алып тора, урамда матур итеп биҙәлгән ҡупшы шыршылар бихисап, әммә миңә Ҡыҙыл майҙан нығыраҡ оҡшаны.
Өфө ҡалаһында уҡ мин Вадим, Илһам, Аня, Айһылыу һәм Даша менән танышҡайным, уларҙы ла Мәскәүгә шыршыға саҡырғандар һәм беҙ унда һәр ваҡыт бергә күңел астыҡ. Самолетта осоуы бигерәк мауыҡтырғыс булды, сөнки мин үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр остом. Иллюминаторҙан - йомшаҡ, ҡабарып торған болоттар күренә ине һәм миңә бер ҙә ҡурҡыныс булманы. Әммә бер аҙ ҡолаҡ тона.
Баш ҡалала беҙҙе «Измайловский» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырҙылар, ә «Суздаль» ресторанында ашаныҡ, унда беҙҙе оло ҡунаҡтарҙай хөрмәтләнеләр.
25 декабрҙә «Бәләкәй йөрәк тураһында баллада» тамашаһын ҡараныҡ. Ул беҙгә бик оҡшаны. Ә 26һы Кремль шыршыһында булдыҡ. Ул шундай бейек, һоҡландырғыс, уға матур уйынсыҡтар һәм төрлө төҫлө гирляндалар эленгән. Әкиәт персонаждары беҙгә бойоғоп ултырырға мөмкинлек бирмәне, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу барыһын да ҡотлап, бүләктәр таратты. Шыршыла балалар күп булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе үҙенә ҡарата айырыуса иғтибар тойҙо. Ә кисен беҙ иҫ китмәле төрлө яҡтылыҡтан торғаншоу ҡараныҡ. Был шыршы минең өсөн иң күркәме һәи мҫтәлеклеһе булды. Мәскәү ҡалаһы, самолетта осоу, Ҡыҙыл майҙан, яңы дуҫтар - быларҙың береһен дә онотоу мөмкин түгел. Ошондай матур сәйәхәт ойошторғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, тине Данил.