Май айынан башлап бар муниципалитеттар ҙа шәхси һаҡланыу һәм дезинфекция үткәреү саралары менән тәьмин ителә. Беренсе, икенсе этаптар барышында “Башфармацея” аша 15 мең битлек, комбинезон, бирсәткә, 10 мең пар итек, һаҡланыу күҙлектәре, ике меңдән ашыу ранецлы һиптергес бирелгән. 1-се, 2-се һәм 3-сө этаптарҙа барлығы 40 мең литр дезинфекциялаусы концентрат бүленгән. Әле республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы дезинфекция һәм шәхси яҡланыу сараларына (битлек, комбинезон, бирсәткәләр) заявкалар формалаштыра, был дүртенсе этап буласаҡ. "Әлбиттә, кешеләр һәр ваҡыт ябыҡ ишек артында ултыра алмай. Магазинға, дарыуханаға сығырға, эт менән йөрөп килергә, эшкә барырға кәрәк. Подъезд һәм лифттарҙың сикләнгән киңлегендә эпидемиологик хәүеф арта. Шуға күрә уларҙы эшкәртеү бик мөһим. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Кәрәкле саралар етерлек. Өҫтәп, уларҙы тапшырыуҙың тағы бер этабын әҙерләйбеҙ. Хәҙер эш идара итеүсе компанияларҙан тора, улар хәүефте мөмкин тиклем кәметергә тейеш, беҙҙең башҡа юл юҡ", – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты идара итеү компанияларында, шәхси торлаҡ ширҡәттәрендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын башҡарыуҙы даими тикшереп тора. Быйыл ошондай 800 самаһы сара ойошторолған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 127 ойошманы тикшергән. Контроль барышында идара итеүсе ойошманың подъезд һәм ихаталарҙы дезинфекциялау журналы, дезинфекция һәм шәхси һаҡланыу саралары, мәғлүмәт стендында дезинфекция графигы булыу-булмауы, эшкәртеүҙең даимилығы тикшерелә. Министрлыҡ регламентына ярашлы, дезинфекция аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр уҙғарылырға тейеш. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/H-ef-podezdan-inm-en-551059/ Автор: Альфия Мингалиева