Новости
18 Ноябрь 2020, 11:36

Сәхнәлә – генерал Шайморатов яҙмышы

19, 20, 21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә генерал Шайморатов яҙмышына арналған “Ат уйнатып алдан бара“ документаль проектының премьераһы үтә.

Театрлаштырылған тамашаның сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссеры – Хөрмәтулла Үтәшев, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев, хореографы— Рәйес Низаметдинов. Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин – проекттың консультанты. Легендар комдив ролен Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты актер Артур Кәбиров уйнай. Сценарий нигеҙендә – республиканың Милли, Хәрби-тарихи музейҙары фондында һаҡланған документаль сығанаҡтар. Уларҙағы мәғлүмәттәр, һуғыш осорондағы йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар менән бергә үрелеп, ауыр йылдар ваҡиғаларына, генералдың образына яңы ҡараш менән бағыу мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: vk.com
Автор: Равиля Гатауллина/
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/S-hn-l--general-Shaymoratov-ya-mishi-549215/
Читайте нас