Новости
18 Ноябрь 2020, 11:38

"Хәниә апаға хөрмәтем һәм рәхмәтем ҙур"

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо, танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең "Инстаграм" сәхифәһендә белдереүенсә, Илнур Ҡоләхмәтов менән дуэт яҙҙырған. Ҡасандыр үҙе яратып башҡарған "Арала был ғазаптан" йырын арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән Хәниә Фәрхи һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙған.

"Премьера. Бик һоранығыҙ был йырҙы. Бөгөндән бөтә музыкаль майҙандарҙа. Хәниә апа Фәрхигә хөрмәтем һәм рәхмәтем ҙур. Урындарың ожмах түрҙәрендә булһын, Хәниә апа. Иҫкә алмаған бер концертыбыҙ юҡ", - тигән яҙыу ҡалдырған үҙенең социаль сәхифәһендә Илһөйә Бәҙретдинова.
Дуэт, ысынлап та, бик матур килеп сыҡҡан. Моңло, һағышлы, күңелде тетрәтә. Әйткәндәй, яңы премьера хаҡындағы үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙырға ла тәҡдим итә уны башҡарыусылар.
Фото: ya-izvesten.ru
Автор: Карима Усманова/
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-ni-apa-a-h-rm-tem--m-r-hm-tem-ur-547739/
Читайте нас