Стэрлебаш шишмэлере
+1 °С
Снег
Новости
18 Ноября 2020, 11:46
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: антибиотиктар ҡулланыу коронавирусҡа йоғонто яһамай
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала йәшәүселәрҙе антибиотиктар ҡулланыуҙың коронавирусҡа тәьҫир итмәүе тураһында иҫкәрттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, вирус инфекцияһынан зарарланған үпкәне был дарыуҙар менән дауаламайҙар.
Добавить в предпочтительные источники Google
«Табип кәңәшенән тыш антибиотиктар ҡулланыу коронавирус инфекцияһының ауыр үтеүенә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге боҙола, аллергия барлыҡҡа килә. Икенсе тапҡыр препараттарҙың һеҙгә ярҙам итмәүе мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн табиптарҙың кәңәштәрен тотоу мөһим:
— C һәм D төркөмдәре витаминдарын;
— цинк кеүек микроэлементтар;
— температура 37,5 градустан юғары күтәрелһә, шунда уҡ парацетамол кеүек температура төшөрә торған препараттар эсергә кәрәк.
https://
www.bashinform.ru/news/1522317-minzdrav-bashkirii-priem-antibiotikov-ne-vliyaet-na-covid-19/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/
https://www.bashinform.ru/bash/1522432/
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"