Новости
18 Ноябрь 2020, 12:13

Башҡортостанда һауа температураһы 23 градусҡаса түбәнәйә

Республика синоптиктары 19 һәм 20 ноябргә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 19 ноябрҙә, республикала урыны менән боҙлауыҡ булыуы фаразлана, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төньяҡ райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -12, -14, урыны менән -18, -23 градус. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус. Йома, 20 ноябрҙә, яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -9, -14 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ һауа температураһының -2, -7 градус булыуы көтөлә. https://www.bashinform.ru/news/1522987-temperatura-vozdukha-v-bashkirii-ponizitsya-do-23-gradusov-moroza
Читайте нас